Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Август 2024, 15:00

ЕҢМЕШ ЯМҒЫР

Яуа... Яуа ла яуа был ямғыр. Бар йырын, үҙәктәр, туғайлыҡтар, уйһыу ерҙәр һыу аҫтында ҡалды.

ЕҢМЕШ ЯМҒЫРЕҢМЕШ ЯМҒЫР
ЕҢМЕШ ЯМҒЫР

Яуа... Яуа ла яуа был ямғыр. Бар йырын, үҙәктәр, туғайлыҡтар, уйһыу ерҙәр һыу аҫтында ҡалды. 2024 кәбисә йылының йәйе урамда. Баҡсаламын. Хатта өлгөргән ҡыярҙарҙы ла яҡын барып өҙөп алырлыҡ түгел. Шул саҡ улымдың бәләкәй сағы иҫкә төштө.

Онотолған. Нимәгә илағанын онотҡанмын. Бала бит. Ҡайһы ваҡыт еңмешләнеп: "Һорағанды ер тишегенән булһа ла табып бир", – тип тә илай бала. Һис тымыҙып булмай. Нимә генә бирәм тиһәң дә, әрләһәң дә, әүрәтергә маташһаң да – файҙаһыҙ. Бер мәлгә генә шымып ҡала ла яңынан башлана. Юҡҡа ғына илағанын аңлағас, былай итергә булдым.

– Ила, ила, бәләкәсем. Ны-ы-ыҡ итеп, ҡысҡырып, оҙаҡ итеп ила, йәме? Мин һинең илағаныңды тыңларға яратам, – тинем. Теге был һүҙҙәргә аптырап, күҙҙәре ҙур асылып китте. "Йә, ниңә туҡтаның, ила тағы ла," – тип ҡызыҡлайым, үҙемдең эстән көлгөм килә. Тик көлөргә ярамай. Ысын күңелдән әйткәнемде күрһен!

Шул иҫкә төштө бит әй. Ә ниңә, ямғыр ҙа тәбиғәт "балаһы" бит. Урыҫтар юҡҡа ғына "капризная погода" тимәй. Башҡортса "еңмеш ямғыр" була инде быныһы.

Өй тупһаһына сыҡтым. Туҡтарға ла уйламаған, беҙ шикелле ерҙе тишерҙәй булып "ҡаҙалған" ямғырға ҡарап торам.

– Йә, ямғыр, туҡтарға уйлайһыңмы, юҡмы? Яу, яу шәберәк! Кү-ү-үп итеп яу, йәме? Әле һин ағыҙып алып китмәгән йорттар ҙа, хәләл көсөбөҙ менән тапҡан байлыҡтарыбыҙ ҙа, баҡсала өлгөрөп еткән йәшелсәләребеҙ ҙә күп. Барыһын да ағыҙырға кәрәк. Әле беҙгә ямғыр күп кәрәк! Яу, яу инде шәберәк! Бер үк туҡтама, йәме? Һин яумаһаң,  бар тереклек туҡтай йәшәүҙән. Яу, яу, ямғыр! Мин яратам һинең яуғаныңды, ямғыр! – тием. Ишекте яптым да өйгә инеп киттем.

Бына хикмәт! Бер биш-ун минуттан тәҙрәгә күҙ ташлайым: бәй, ямғырым тымырға уйлай түгелме? Һаман һирәгәйә барған ямғыр энәләрен күҙәтәм. Бер аҙҙан туҡтаны. Туҡтаны ямғырым! Ә беҙ тәбиғәтте "һаңғырау" тигән булабыҙ. Ишетеү генә түгел, бала кеүек йылы һүҙҙе ярата, бала кеүек еңмеш тә икән үҙе! Ана, Ҡояшын балҡытып йылмайып, көлөп тә ебәрҙе үҙе!

Авторы - Лилиә ҺАҠМАР.

Фото: ufacitynews.ru/news/2024/08/18/

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас