Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Август 2024, 07:00

Кәләшенә аҡ толпарҙа елеп килгән!

Баймаҡ егете Буранбай менән Әбйәлил районы ҡыҙы Маһинурҙың никах туйы милли йолалар менән үрелеп барған.

Кәләшенә аҡ толпарҙа елеп килгән!Кәләшенә аҡ толпарҙа елеп килгән!
Кәләшенә аҡ толпарҙа елеп килгән!

Туйға йыйылған ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырып, Буранбай Аралбаев кәләше Маһинурҙың эргәһенә аҡ толпарҙа елеп килеп еткән. Көйө лә ниндәй бит әле! Мәшһүр композитор Заһир Исмәғилевтең "Салауат Юлаев" операһынан алынған. Йәш кәләш иһә һөйгәне янына тирмәнән әхирәттәре оҙатыуында сыҡҡан.

Йыр-моңға бай туй мәжлесе Әбйәлил районының Айғырбатҡан утарында уҙған.

Йәш ғаиләгә аҡ бәхеттәр, оҙон тиң ғүмер теләйбеҙ.

Фото һәм видео Аралбаевтарҙың ғаилә архивынан.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас