Өфө халҡы юғары сәнғәт өлгөләренә һыуһаған - Совет майҙанында алма төшөр ҙә урын юҡ ине. Тамашасылар араһында республика етәкселеге лә булды.
Юғары сәнғәт байрамын республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова асты. Ул йыйылыусыларға үлемһеҙ классик көйҙәр тыңлап, матур ял итеүҙәрен теләне. "Йөрәктәрҙең ҡайнарлығы хатта болоттарҙы ла ҡыуаланы, күрәһегеҙҙер. Һуңғы аралағы туҡтамаған ямғырҙарҙан һуң был беренсе ҡояшлы кис", - тигәнен халыҡ, ҡыуаныслы ризалыҡ белдереп, ҡул сабыуҙар менән оҙатты.
Дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостан дәүләт оркестрын тыңлаусылар ашҡынып көтөп алды. Петр Чайковскийҙың илһөйәрлек, ғорурлыҡ тойғоһо менән һуғарылған әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғырағандан һуң, сәхнәгә абруйлы ҡунаҡ - донъяла 1-се пианист тип танылған күренекле музыкант Денис Мацуев сыҡты. Беҙҙең оркестрға ҡушылып, маэстро Чайковскийҙың Беренсе фортепиано концертын башҡарҙы. Ҡырҡ минуттай барған оҙон сығышты музыка яратыусылар тын да алмай тыңланы, музыкантты оҙайлы алҡыштарға күмде. Ағалы-ҡустылы Асҡар менән Илдар Абдразаҡовтарҙың сығышын инде яҡташтар, әлбиттә, айырыуса ҙур күтәренкелек менән ҡаршыланы.
Иртәгә һәм иртәнән һуң да концерттар дауам итә. Юғары сәнғәт өлгөләрен - бөйөк композиторҙарҙың үлемһеҙ көйҙәрен тыңлап, күңелегеҙҙе нурларға ашығығыҙ, дуҫтар!
Автор видеоһы һәм фотолары.