Өс көн буйы Совет майҙанында бөйөк көйҙәр яңғыраны. "Көҙ романтикаһы" фестивале майҙан тултырып халыҡты йыйҙы. 65 меңгә яҡын тамашасы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең дәүләт оркестрҙары, донъяға танылған музыка әһелдәре Денис Мацуев, Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Артур Нәзиуллин һәм Үзбәкстан артистарын тыңлап кинәнде.
Рәсәйҙә иң күренекле музыкаль ваҡиғалар араһында урын алған сара Башҡортостан Башлығы ниәте менән ойошторолоп, быйыл икенсе тапҡыр үтте һәм баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына бағышланды.
Фестивалдең өсөнсө көнөндәге, ябыу программаһы ғәжәйеп булды. Бында Рәсәйҙең классик музыкаһы нигеҙен тәшкил иткән бөйөк композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғыраны. Рәсәйҙең Е.Ф. Светланов исемендәге легендар Дәүләт академия симфония оркестры Башҡортостан дәүләт оркестры дирижеры Дмитрий Крюков етәкселегендә сығыш яһаны. Был сыуаҡ кистә М.И. Глинкиҙың "Руслан менән Людмила", Н. Римский-Корсаковтың "Испан каприччио"һы, А. Бородиндың "Кенәз Игорь" операһынан "Половец бейеүҙәре", П. Чайковскийҙың "Щелкунчик" балетынан өҙөктәр һәм С. Рахманиновтың 2-се симфонияһы тыңлаусылар күңелен айҡаны.
Бөйөк көйҙәр байрамына өс көн буйы Башҡортостандың халыҡ артисы, республика дәүләт оркестрының баш дирижеры д. Крюков етәкселек итте. "Бөтә илдә илһөйәрлек тураһында һөйләгәндә, тотош Рәсәйҙе күҙ алдына баҫтырған тәрән, бөйөк музыка яңғырауы күңелгә шатлыҡ бирә", - тине ул.
Фестивалдең төп ойоштороусыһы ла - республиканың дәүләт оркестры. Уның директоры Артур Нәзиуллин - күренекле кларнетсы, Башҡортостандың халыҡ артисы - сараның икенсе көнөндә Д. Крюковтың кларнет менән оркестрға яҙылған концертын уйнаны. "Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары классик музыканың иң гүзәл өлгөләрен иркен тыңлай алғаны - ҙур бәхет", - ти ул. Фестивалдең төп маҡсаты - классик музыка аша изгелек һәм яҡтылыҡ сәсеү, тип билдәләй А. Нәзиуллин. "Бының өсөн Башҡортостан Башлығына оло рәхмәт белдерәбеҙ, сөнки уның иғтибары, ярҙамынан тыш ошондай ҙур кимәлдәге фестивалде ойоштороп булмаҫ ине!" - ти ул.
"Көҙ романтикаһы"ның матур кисерештәрен, әйтерһең, тәбиғәттең дә боҙғоһо килмәне: өс көндә лә һил, матур һауа торошо бүләк итте.
Тамашасылар ҙа: "Республика етәкселегенә һәм фестивалде ойоштороусыларға тиңһеҙ бүләк - өс һоҡланғыс музыка кисе өсөн рәхмәт! Улар гел күңелдә ҡалыр", - тип таралышты.
Владимир Подкользин фотолары.