Үткән аҙнаның шәмбеһендә Ишембайҙа Ҡала көнө гөрләп уҙҙы. Ошо матур байрамға ярашлы үткәрелгән Халыҡ-ара "Ретро Шлягер - 2024" йыр конкурсында моңло тауышлы Бөрйән егете Айбулат Ишморатов еңеү яулап, өр-яңы автомобиль менән бүләкләнгән.
Айбулатты ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Яулайһы үрҙәрең күп булһын, Айбулат!
Шулай уҡ Бөрйәндең тағы бер таланты – Айрат Баязитов 36 йәштән өлкәндәр араһындағы профессиональ йырсылар номинацияһында ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булған. Афарин, Бөрйән йырсылары!
Сығанаҡ: “Таң” гәзите сайты.