Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Август 2024, 09:00

Николай Басков, Алһыу, Элвин Грей: “Евразия йөрәге”нә тағы кемдәр килә?

30 һәм 31 августа Өфөлә “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙа. Сара һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә һәм был юлы Өфөнөң юбилейына арнала.

Николай Басков, Алһыу, Элвин Грей: “Евразия йөрәге”нә тағы кемдәр килә?Николай Басков, Алһыу, Элвин Грей: “Евразия йөрәге”нә тағы кемдәр килә?
Николай Басков, Алһыу, Элвин Грей: “Евразия йөрәге”нә тағы кемдәр килә?

Беренсе көндә «Пицца» төркөмө, “Бишбармаҡ” оркестры, Рәсәй эстрадаһы башҡарыусылары Ваня Дмитриенко, Алексей Воробьев, “HARIZMA” белорус төркөмө бүләк сығыш яһаясаҡ.

31 августа фестивалдә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), HammAli & Navai рэп-дуэты, ZAINETDIN менән “Hazina” этно-проекттары, Өфөнән хип-хоп  башҡарыусылар Rena RNT һәм Rody Dillon ҡатнаша. “Евразия йөрәге – 2024” Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Басковтың сығышы мәнән тамамлана.

Фестиваль, йола буйынса, "Торатау" конгресс-холының амфитеатрында уҙа. Концерттар киске 7-лә башлана.

Белешмә өсөн:

“Евразия йөрәге” фестивале 2012 йылда Рәсәй халыҡтарының хәҙерге заман сәнғәте форумы булараҡ үткәрелә башлай. 2016 йылдан “халыҡ-ара сәнғәт фестивале” тип атала. Ошо ваҡыт эсендә унда 18 илдән, Рәсәйҙең 24 төбәгенән йырсылар һәм музыканттар ҡатнашҡан.

“Евразия йөрәге” Рәсәйҙең иң яҡшы 10 фестивале исемлегенә инә. Дөйөм алғанда, уның тамашасылары һаны 1 миллиондан ашты, ә бөтә донъяла 3 миллиондан ашыу кеше “Евразия йөрәге”нең трансляцияһын онлайн ҡарай алды. Фестиваль тарихындағы рекорд – концерттарҙың береһенә 78 мең тамашасының йыйылыуы.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас