Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Августа 2024, 16:00

Бер ғаиләнән - дүрт йырсы егет!

Баймаҡ районы Буранбай ауылынан сыҡҡан талантлы егеттәр - бер туған йырсы Ҡотоевтарҙы белмәгән кеше юҡтыр.

Бер ғаиләнән  - дүрт йырсы егет!Бер ғаиләнән  - дүрт йырсы егет!
Бер ғаиләнән - дүрт йырсы егет!

Була бит шундай талантлы ғаиләләр. Бер ғаиләнән дүрт егеттең барыһы ла йырлаһын әле, улай ғына түгел дүртеһе лә профессиональ йырсылар.

Баймаҡ районының Буранбай ауылы китапханаһында бик матур сара үткән. Был хаҡта түбәндәге яҙмала.

"Буранбай ауылы китапханаһында йәш һәм өмөтлө йырсылар : Марсель, Нух, Фәрүәз, Вилдан Ҡотоевтар менән осрашыу үтте. 4 ул һәм 1 ҡыҙ тәрбиәләнгән был ғаиләлә барыһы ла талантлы. Был талант уларға ата-әсәһенән бирелгәндер.Әсәләре Гөлсирә Дидар ҡыҙы гармунда уйнарға, йырларға яратһа, аталары Мазһар Мәһәҙей улы башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ итте...
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ҡотоев Марсель Мазһар улы 1985 йылдың 16 сентябрендә Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған. Бәләкәйҙән үк йырларға ярата. 8 йәшлек сағында "Сулпылар" телевизион конкурсында ҡатнашып, 1 урын ала. Тыуған ауылында 9 класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға инә, аҙаҡтан вокал бүлегенә күсә. 2005 йылда уҡыуын тамамлай.
14 йәштә үк Марсель “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” тип аталған республика конкурсында (2000) Гран-при яулай. Училище студенты булған саҡта төбәк-ара профессионалдар араһындағы “Ирәндек моңдары” конкурсында (2004 йыл) Гран-при ала.
Марсель Ҡотоев үҙенең эшмәкәрлеген 2006 йылда Өфө филармонияһында “Далан” йәштәр эстрада төркөмөндә башлап ебәрә. 2007 йылда ул танылған “Карауанһарай” коллективына солист булып күсә. Был ваҡытта инде Марсель яңы еңеүҙәр яулап өлгөргөн була: “Гәлсәр һандуғас” телевизион фестивалендә лауреат, “Йыл асышы” номинацияһында еңеүсе, “Урал моңо-2006” төрки телле халыҡтар араһындағы конкурста еңеү уға үҙ көсөнә ышаныс бирә. Ул коллективҡа яңы һулыш алып килә. Уның башҡарыуындағы “Урал” йыры республика гимны кеүек яңғыраш ала. 2010 йылда Марсель Хакасияла үткән “От ыры” (“Песня огня”) исемле Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яулай. Был еңеүҙән һуң Марселде йыл һайын ошо конкурсҡа жюри ағзаһы һәм дәрәжәле ҡунаҡ итеп саҡыралар. Ошо уҡ йылда ул Евпаторияла үткән “Көнсығыш баҙары” исемле телевизион конкурста ҡатнаша. 2011 йылда Төркиәнең Силифке ҡалаһында үткән халыҡ-ара төрки йәштәр фестиваль-конкурсында сығыш яһай. “Урал моңо-2014” халыҡ-ара төрки халыҡтар конкурсында лауреат була. Филармонияның бөтә ҙур проекттарында Марсель әүҙем ҡатнашып, үҙенең таланты менән халыҡты һоҡландыра, шатландыра.Уның таланты юғары баһаланды.Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде..
Уның юлын ҡустылары ла уңышлы дауам итә.
Нух Мазһар улы"Ирәндек моңдар"ында Гран- приға -"Лада Грант" автомобиленә лайыҡ була.Фәрүәз менән Вилдан төрлө конкурстарҙа ҡатнашып гел призлы урындарҙы яулайҙар.Бер ғаиләнән 4 егет йырсы! Бындай талант һәр кемгәлә бирелмәй. Ошондай талантлы, эшлекле балалар үҫтергән ата-әсәйгә ҙур рәхмәт.
Егеттәргә ижади үрҙәр, алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, матурлыҡҡа ынтылып, ҡыуаныста ғына йәшәргә яҙһын!.Афарин,Ҡотоевтар!" -тип яҙылған Буранбай ауыл китапханаһы төркөмөндә.

Ысынлап та һоҡланырлыҡ ғаилә, илаһи моң, талантлы егеттәр! Афарин, Ҡотоевтар! Артабан да уңыштар!

Фото һәм сығанаҡ: Буранбай ауыл китапханаһы төркөмөнән

Бер ғаиләнән  - дүрт йырсы егет!
Бер ғаиләнән  - дүрт йырсы егет!
Бер ғаиләнән - дүрт йырсы егет!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас