Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Август 2024, 18:00

Өфөлә “Евразия йөрәге”н 60 мең тамашасы ҡаршыланы

Ҡапыл ғына ямғыр башланып, ел күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге амфитеатрҙа алма төшөрлөк тә урын ҡалманы. Һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған “Евразия йөрәге” халыҡ-ара мәҙәниәттәр фестивален Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары шулай йылы ҡаршыланы.

Өфөлә “Евразия йөрәге”н 60 мең тамашасы ҡаршыланыӨфөлә “Евразия йөрәге”н 60 мең тамашасы ҡаршыланы
Өфөлә “Евразия йөрәге”н 60 мең тамашасы ҡаршыланы

“Евразия йөрәге” Рәсәйҙең иң яҡшы 10 фестивале исемлегенә инә. Йола буйынса, ул һәр саҡ асыҡ һауала үтә. Быйыл мәҙәни сара Өфөнөң 450 йыллығына арнала.

Фестивалдең беренсе көнөндәге концерт программаһын рәсәйҙең билдәле коллективтарының береһе – “Pizza” төркөмө асты. Уның солисы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сергей Приказчиков Өфөлә тыуып үҫкән.

 – Тыуған ҡаламда сығыш яһау минең өсөн һәр саҡ имтихан кеүек тулҡынландырғыс. Был урамдар мине бала саҡтан белә. Юбилейы ҡаршылаусы Өфө бик үҙгәргән, йәмләнгән, күп яңы йорттар барлыҡҡа килгән,  хатта ҡайһы бер урамдарҙы таныманым,  – тине йырсы.

Артабан сәхнәгә республикала киң танылған “Бишбармаҡ” оркестры күтәрелде һәм башҡортса йырҙары менән тамашасыларҙы бейетте.

Өсөнсө коллектив Беларусь Республикаһынан ине. “HARIZMA” төркөмө фестивалгә хиттарын һәм өр-яңы йырҙарын алып килгәйне. Александр Пушкиндың һүҙҙәренә яҙылған “Я помню” тигән йырҙарын Өфө тамашасыһы тәүгеләрҙән булып ишетте.

Йәштәр  араһында киң танылған Рәсәй башҡарыуысылары Ваня Дмитриенко менән Алексей Воробьев фестивалдең төп ҡунағына әүерелде.

31 августа фестивалдә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), HammAli & Navai рэп-дуэты, ZAINETDIN менән “Hazina” этно-проекттары, Өфөнән хип-хоп  башҡарыусылар Rena RNT һәм Rody Dillon ҡатнаша. “Евразия йөрәге – 2024” Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Басковтың сығышы мәнән тамамлана.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Өфөлә “Евразия йөрәге”н 60 мең тамашасы ҡаршыланы
Өфөлә “Евразия йөрәге”н 60 мең тамашасы ҡаршыланы
Өфөлә “Евразия йөрәге”н 60 мең тамашасы ҡаршыланы
Өфөлә “Евразия йөрәге”н 60 мең тамашасы ҡаршыланы
Өфөлә “Евразия йөрәге”н 60 мең тамашасы ҡаршыланы
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас