Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Август 2024, 17:00

Башҡорт шәле – милли байлығыбыҙ ул

“Шәл бәйләнем” башҡорт халыҡ йырын хәҙер “Әннәгиҙер-әннәгиҙер генәйем” тип боҙоп йырлайҙар. “Энә кейҙер, энә кейҙер генәйем” тип йырланған бит ул шәл бәйләүсе үҫәргән ҡатын-ҡыҙҙары. Йыры боҙолған һымаҡ, башҡорт шәленең тарихы ла үҙгәртелеп бөтөп бара ине, тик, бәхеткә күрә, быйыл тапшырылған патент бәхәсле һорауҙарға нөктә ҡуйҙы.

Башҡорт шәле – милли байлығыбыҙ улБашҡорт шәле – милли байлығыбыҙ ул
Башҡорт шәле – милли байлығыбыҙ ул

Башҡортостан “Башҡорт дебет шәле” патентына быйыл эйә булды. Был хаҡта сенатор Лилиә Ғүмәрова июлдә Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген асыу тантанаһында иғлан итте һәм республика Башлығы Радий Хәбировҡа таныҡлыҡ тапшырҙы.

Борон-борондан Көньяҡ Урал төбәгенең башҡорт ҡатын-ҡыҙы шәл бәйләп, Ырымбур, Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ баҙарҙарында һатҡан. Шуға данлыҡлы дебет шәлен Ырымбурҙыҡы тип йөрөтә башлайҙар.

Тарихсылар билдәләүенсә, Башҡортостан Республикаһында йөндән һәм мамыҡтан шәл бәйләүҙең мең йыллыҡ традициялары бар. Улар хаҡында Сармат ҡурғандарында табылған шәл йәки туҡыма ҡалдыҡтары ла һөйләй. Бынан тыш, ҡатын - ҡыҙҙар ҡәберлектәрендә йөн-мамыҡты эшкәртеү, иләү ҡорамалдары ла табылған.

Башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен өйрәнгән этнограф, академик Петр Рычков 1765 йылда мамыҡ кәзәләрен тәүге тапҡыр күрә һәм уларҙы өйрәнеп, дебет тураһында хеҙмәтен яҙа. Башҡорттарҙың этнографияһын өйрәнеүсе Сергей Руденко башҡорттар кәзә мамығынан бәйләнгән шәлдәр һатыуын яҙған. Шуға күрә башҡорт халҡының элек-электән шәл бәйләү менән шөғөлләнгән тип ныҡлы әйтергә була.

Башҡорт мамыҡ шәленең патент алыуы шәл бәйләүселәр өсөн генә түгел, ә бөтә республика өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Был танытма башҡорт ерендә үҫкән кәзә дебетенән бәйләнгән шәлдәрҙең еңел, сифатлы һәм йылы булыуын иҫбатлай.

Былтыр патентҡа эйә булған башҡорт аты хәҙер республикабыҙ брендына әүерелеп, халыҡ-ара кимәлдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған кеүек, башҡорт шәленең дә киләсәге өмөтлө хәҙер.

Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.

Башҡорт шәле – милли байлығыбыҙ ул
Башҡорт шәле – милли байлығыбыҙ ул
Башҡорт шәле – милли байлығыбыҙ ул
Башҡорт шәле – милли байлығыбыҙ ул
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас