Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Август 2024, 18:30

Радик Юлъяҡшин: "Евразия йөрәге" – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү сараһы

Өфөлә "Евразия йөрәге" халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале тамамланды. Бөгөн сығыш яһаған артистарҙың күбеһе Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшиндың башланғысына ҡушылды һәм гонорарҙарын махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә һәм Курск өлкәһе халҡына ебәрергә ҡарар итте.

Радик Юлъяҡшин: "Евразия йөрәге" – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү сараһыРадик Юлъяҡшин: "Евразия йөрәге" – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү сараһы
Радик Юлъяҡшин: "Евразия йөрәге" – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү сараһы

– Үҙем махсус хәрби операция биләмәһендә бер нисә тапҡыр булдым. Күрешеп аралашҡан  саҡта  яугирҙәр, квадрокоптерҙар  кәрәк, тигәйне. Бөгөнгө гонорарымды шуға йүнәлтәсәкмен. Иң ҡыуандырғаны – был ниәтте Заһир Зәйнетдинов, Полина Гагарина һәм Олег Газманов та хупланы. Шулай итеп, бөгөнгө концертты махсус хәрби операцияға ярҙам сараһы тип атарға була, – тине билдәле йырсы.

Башкортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Зәйнетдинов Курск өлкәһе халҡына ярҙам итергә теләк белдерҙе.

– Махсус хәрби операция биләмәһендә бер нисә тапҡыр булғаным бар. Яугирҙәргә машина һатып алып та ебәрҙем, үҙҙәре менән гел бәйләнештәмен, араларында дуҫтарым да бар, – тине “ZAINETDIN” этнопроекты етәксеһе Заһир Зәйнетдинов.

“Евразия йөрәге” кисә асылғайны. Бөгөнгө концертта  Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), HammAli & Navai рэп-дуэты, ZAINETDIN менән “Hazina” этно-проекттары, Өфөнән хип-хоп  башҡарыусылар Rena RNT һәм Rody Dillon ҡатнашты. “Евразия йөрәге – 2024” Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Басковтың сығышы мәнән тамамланды.

Фестиваль быйыл һигеҙенсе тапҡыр уҙа. Ул Рәсәйҙең иң яҡшы 10 фестивале исемлегенә инә . Асыҡ һауалағы мәҙәни ваҡиға Өфөнөң 450 йыллығына арналды. Бөгөнгө концерт фестиваль тарихындағы иң күп тамашасыны йыйҙы - ойоштороусылар әйтеүенсә, "Ватан" амфитеатрына 85 меңдән ашыу кеше килгән. 

Радик Юлъяҡшин: "Евразия йөрәге" – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү сараһы
Радик Юлъяҡшин: "Евразия йөрәге" – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү сараһы
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас