Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Сентябрь 2024, 16:00

Элвин Грей юғары наградаға лайыҡ булды!

"Шатлыҡлы хәбәрем менән уртаҡлашҡым килә", тип яҙған ул үҙ битләүендә.  

Элвин Грей юғары наградаға лайыҡ булды!Элвин Грей юғары наградаға лайыҡ булды!
Элвин Грей юғары наградаға лайыҡ булды!

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшинға (Элвин Грей) Ҡарағалпаҡстандың атҡаҙанған артисы исеме бирелгән. Был хаҡта ул үҙенең шәхси сәхифәһендә хәбәр итә.

"Һеҙҙең менән шатлыҡлы хәбәр менән уртаҡлашҡым килә - мин "Ҡарағалпаҡстан Республикаһының атҡаҙанған артисы" исемен алдым.

Ҡарағалпаҡстан Республикаһы - Үзбәкстан составындағы автономиялы республика. Үҙенсәлекле мәҙәниәте һәм талантлы кешеләре менән ғәжәйеп яҡ.

Минең йырҙарҙы Ҡарағалпаҡстан һәм Үзбәкстан халҡы шулай ярата һәм тыңлай икән тип уйламаған инем, был бик илһамландыра", тип яҙған йырсы.

Беҙ ҙә Элвин Грейҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".

Элвин Грей юғары наградаға лайыҡ булды!
Элвин Грей юғары наградаға лайыҡ булды!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас