Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Сентябрь 2024, 10:30

"Китап" магазинына килегеҙ!

Башҡортостанда китап һөйөүселәр өсөн яңы урын барлыҡҡа килде. Бында Зәйнәб Биишева исемендәге яратҡан "Китап" нәшриәтендә донъя күргән баҫмалар урын ала. 

"Китап" магазинына килегеҙ!"Китап" магазинына килегеҙ!
"Китап" магазинына килегеҙ!

“Китап” нәшриәте әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яңы магазинына саҡыра. Ул заманса башҡорт стилендә йыһазландырылған һәм республиканың бай мәҙәни мираҫын һынландыра.

Магазинда, Башҡортостан яҙыусыларынан тыш, Рәсәй яҙыусыларының әҫәрҙәрен, классик әҙәбиәтте, балалар өсөн яҙылған китаптарҙы, әкиәттәрҙе, һирәк жанрҙарҙа яҙылған баҫмаларҙы һатып алырға була. Бында уҡыу, осрашыуҙар үткәреү һәм аралашыу өсөн уңайлы майҙансыҡ та бар. 

Магазин асылыу хөрмәтенә нәшриәттең махсус тәҡдимдәре бар, ташламалар ҙа ҡаралған.

“Китап” нәшриәте магазины Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан яңы кибетендә дуҫтарын көтөп ҡала!

Фото:kitap-ufa.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас