– Муса өс йәшенән донъя тарихы һәм сәйәсәте менән ҡыҙыҡһына. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә барған һайлауҙарҙы гел күҙәтеп бара. Башҡортостан башлығын һайлау мәле еткәс, тауыш бирә алмағанға үкенде. Шуға күрә республика етәксеһен һайлаған саҡта Мусаның фекерен дә иҫәпкә алдыҡ. Һайлауға мотлаҡ балалар менән бергә барырға кәрәк, тип уйлайым, шул рәүешле беҙ йәш быуында гражданлыҡ тойғоһо тәрбиәләйбеҙ, – ти ғаилә башлығы Заһир Иҫәнсурин.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан башлығын һайлау 6, 7, 8 сентябрҙә уҙа. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
Фото: Заһир Иҫәнсуриндың шәхси архивынан.