- Балаларыбыҙ менән милли кейемдә һайлауға барып, уларҙа милли тойғо тәрбиәләргә, Тыуған ил алдандағы бурысты үтәүҙең мөһимлеген аңлатырға теләнек, - ти шағирә Таңсулпан Рәсүл.
Ижади ғаиләнең башлығы, Дәүләт ҡурайсылар ансамбле солисы Айҙар Байтимеров 3061-се һайлау участкаһына килеүселәргә ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнаған һәм күптәргә байрам кәйефе бүләк иткән.
Башҡортостан Башлығын һайлау 6, 7, 8 сентябрҙә уҙа. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
Фото һәм видео: Байтимеровтарҙың шәхси архивынан.