+20 °С
Болотло
Шағирә, яҙыусы, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупова ла мөһим саранан ситтә ҡалманы. Ул да үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн һайлау участкаһына килде.
"Һайлауға барып килдем, дуҫтарым! Хоҡуғымдан файҙаландым, гражданлыҡ бурысымды үтәнем: күңелем һайлаған кандидатҡа тауыш бирҙем. Ил-Халҡының ышанысын ул аҡлар, тигән өмөттәмен", - ти яҙыусы.
Фото: телеграм