Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Сентябрь 2024, 01:00

Гөлназ Асаева телевидение өсөн тапшырыу алып барасаҡ

Ҡайҙа һәм ниндәй телевидениела эшләй ул?..

Гөлназ Асаева телевидение өсөн тапшырыу алып барасаҡГөлназ Асаева телевидение өсөн тапшырыу алып барасаҡ
Гөлназ Асаева телевидение өсөн тапшырыу алып барасаҡ

Йәш һәм талантлы йырсы Гөлназ Асаева яңы тәжрибә туплай. Ул ТНВ каналының социаль селтәрҙәре өсөн "Мин беләм" тигән яңы интеллектуаль тапшырыу алып барасаҡ. Ижад төркөмө ике сығарылышты төшөрөргә өлгөргән дә инде.

"Ауыр булды, әммә команда менән был тапшырыуҙы матур итеп эшләрбеҙ, тип уйлайым",  - тип цртаҡлаша Гөлназ Асаева беренсе эш көнөндәге тәьҫораттары менән.

Шулай уҡ йырсы ТНВ каналына биргән интервьюһында ҙур яуаплылыҡ тойоуон, көндән-көн үҙен камиллаштырыуға йыйыныуын да белдерә.

Уңыштар, Гөлназ!

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас