Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Сентября 2024, 13:00

Биҙәүестәре тотош Башҡортостанға таралған

Башҡорт ҡатын-ҡыҙының биҙәүесенә оҡшатып үрелгән макрамеһын төрлө милләт вәкилдәре яратып таға.

Биҙәүестәре тотош Башҡортостанға таралғанБиҙәүестәре тотош Башҡортостанға таралған
Биҙәүестәре тотош Башҡортостанға таралған

Лиана Хөсәйенова Ҡырмыҫҡалы районы үҙәк дауаханаһында рентген-лаборант булып эшләй, ә буш ваҡытында бауҙан үҙенсәлекле биҙәүестәр үрә.

– Ҡул эшенә һөйөүҙе ҡартнәнәйем (Ҡырмыҫҡалы районының ҡайһы бер ауылдарында өләсәйҙе шулай тиҙәр) Хәҙисә Абаҡасова тәрбиәләне – биш йәшемдә ҡулыма ырғаҡ тотторҙо һәм бәйләргә өйрәтте, – тип хәтерләй Лиана Вәрис ҡыҙы.

Биш йыл элек, интернет селтәрендә оҫталыҡ дәресен табып алып, макраменан бәүелсәк эшләп ҡарай. Өйөнә элеп ҡуйғас, туғандары һәм дуҫтары үҙҙәренә лә эшләп биреүҙе һорай башлай.

– Их, туған халҡымдың мәҙәниәте өсөн нимәлер эшләргә ине, тип уйлана башланым, – ти оҫтабикә. – Бер йәрминкәлә ырғаҡ менән бәйләнгән стилләштерелгән селтәр күргәс, боронғо милли биҙәүестәребеҙҙе макраме ярҙамында заманса итеп яһап ҡарарға булдым. Бауҙарҙың осона тәнкәләр ҙә ҡуйып ебәргәс, эшемдән бик ҡәнәғәт ҡалдым һәм фотоһын интернет селтәренә һалдым.

Боронғолоҡ менән заманса һулышты берләштергән ҡашмау, селтәр, хәситә кеүек биҙәүестәр гүзәл заттарҙың күңеленә хуш килә. Аксессурҙарҙы төрлө ҙурлыҡта һәм төҫтә эшләп биреүен һорап яҙа башлайҙар.

– Милли һыҙатлы макрамены бөгөн республикабыҙҙың һәр ҡалаһы һәм районында тирлек тағып йөрөйҙәр. Мәскәү, Санкт-Петербург, Омск ҡалаларынан һәм Италиянан һатып алыусыларым бар. Уны рус һәм татар ҡатын-ҡыҙҙары ла яратып таға. “Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ, шуға бер-беребеҙҙең мәҙәниәтен ихтирам итергә тейешбеҙ”, – ти улар. Шуныһы ҡыҙыҡ: халҡымдың ҡомартҡыларын өйрәнә башлағас, әсә теленең  ҡәҙерен нығыраҡ аңлағандай булдым һәм социаль селтәрҙә күберәк башҡортса яҙырға ҡарар иттем, – тип фекерҙәре менән бүлеште Лиана Хөсәйенова.

Фото һәм видео: Лиана Хөсәйенованың шәхси архивынан.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас