Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Сентябрь 2024, 11:00

Милли кейем көнөнә кескәйҙәр ҙә ҡушылды

Редакциябыҙға был видеоны кемдәр төшөрөп ебәргән, тиһегеҙме? Артабан уҡығыҙ.

Милли кейем көнөнә кескәйҙәр ҙә ҡушылдыМилли кейем көнөнә кескәйҙәр ҙә ҡушылды
Милли кейем көнөнә кескәйҙәр ҙә ҡушылды

Өфө ҡалаһының 40-сы башҡорт балалар баҡсаһында милли рухлы балалар тәрбиәләнә.

- Беҙҙең төркөмдө "йондоҙсоҡтар төркөмө" тиергә мөмкин, сөнки кескәйҙәрҙең күбеһе "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында тапшырыуҙар алып бара, "Тамыр" йыр ансамблендә шөғөлләнә. Атай-әсәйҙәребеҙ әүҙем һәм берҙәм булғас, беҙҙә байрамдар ҙа күңелле үтә. Иң яратҡан байрамыбыҙ - Милли кейем көнө. Быны балаларҙың йөҙҙәренән үк күрергә мөмкин, - ти "Тамсылар" төркөмө тәрбиәсеһе Гөлназ Нәжметдин ҡыҙы Хисмәтуллина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылдан йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Был юлы 13 сентябргә тура килә. 

Видео: Эльвира Дәүләтбирҙинаның шәхси блогынан.

Фото: скриншот.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас