Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Сентябрь 2024, 17:00

“Хыянатты ғәфү итә алманым...”

Билдәле йырсы ғаиләһенең тарҡалыуының сәбәптәре тураһында һөйләгән: “Мин Мәккәнән ҡайтҡас, шундай хәлде күреп...” 

“Хыянатты ғәфү итә алманым...”“Хыянатты ғәфү итә алманым...”
“Хыянатты ғәфү итә алманым...”

80-се йылдар аҙағында Мәскәүҙә “Алтын ай” (һуңғараҡ “Изге ай”) тигән бик популяр төркөмдә йырлап, тотош Рәсәйҙе шаулатҡан танылған йырсы Хәлидә Бигичева ғаиләһенең тарҡалыуының сәбәптәре тураһында һөйләгән. Белеүебеҙсә, ул – Татарстандың халыҡ артисы Хәйҙәр Бигичевтың бер туған һеңлеһе, ире Рауил Кузнецов - әлеге төркөмдөң ойоштороусыһы, композитор, билдәле ижадсы.

“Айырылғас, бергә йырлап булмай инде. Минең - «Изге ай», Рауилдың «Алтын ай» төркөмө хәҙер. Беләм, аңлайым, уларға еңел түгел, солистһыҙ тим. Үҙенең ғәйептәрен дә аңлай торғандыр. Кеше бит юғалтҡансы төшөнөп етмәй. Уға бит бәхет-шатлыҡ теләйем. Беләм, ул талантлы. Мин уның йырҙарын хөрмәт итәм. Яратам. Ул яҡтан ул булдыра торған егет, бына тигән музыкант.

Беҙ 30 йылға яҡын бергә йәшәнек. Унан инде бына айырылырға булдыҡ. Сәбәп – хыянат... яңылышыуы, аҙашыуы булғандыр инде. Хоҙай шулай яҙғандыр.

Мин Мәккәнән ҡайтҡас, шундай хәлде күреп, ғәфү итә алманым. Ул саҡта ғәфү итә алманым... Шуға бәлки үҙем дә ғәйеплелер...

Хәҙер ғәфү иттем инде. Ҡатынына ғына ҡарап торған бер ир-ат та юҡтыр ул. Ундайҙар юҡтыр. Мин барлығына ышанмайым.  

Мин уны гел бик юғары дәрәжәлә йөрөттөм. Беҙҙе, мишәр ҡыҙҙарын, ир-аттар бер аҙым алда тип үҫтерҙеләр. Ә мин бер генә түгел, бик күп аҙымға артта йөрөргә тырыштым. Хөрмәт иттем. Аллаһ ҡаршыһында йөҙөм аҡ...

Уйым менән дә хыянат итмәнем. Ә ундай тәҡдимдәр бик күп булды. Аҡ-паҡ булып ҡалдым, мин быны ғорурланып та әйтәм. Шуға күрә мин быны бик ауыр кисерҙем.

Хыянатты кисергән ғаилә элеккесә матур булып ҡала алмайҙыр. Шуның өсөн матур ғына, хыянат итмәйенсә генә йәшәргә кәрәк.

Мин хәҙер яңғыҙ. Яңғыҙлыҡ, әлбиттә, ауыр.

Рауилдың тыуған яғында ҙур йорт һалған инек. Мәскәүҙәге фатирымды һатып. Мин бит шунда ҡартлығымды Рауилым менән ҡаршы алырмын тип йорт һалдым. Шундай уйҙар, хистәр менән. Улар барыһы ла бер миҙгелдә селпәрәмә килде. Юҡ булды...

Уны кире йыйыуы ауыр икән, һылап, бер бөтөн итеп ҡуйыуы. Мин үҙем уны йыя алмайым... Ә бына пазл йыйырға бик яратам. Ә быны булмай. Был – тормоштоң ептәре, улар өҙөлһә, кире бәйләп булмай. Ул эстә, күңелдә өҙөлдө.

Мин ул йортта йәшәмәйем. Ташлап киттем. Аллаһы Тәғәлә көс-дәрт бирҙе, тыуған ауылымда  (Түбәнге Новгород өлкәһе Ҡыҙыл Октябрь районының Сөмбәли ауылы – автор) яңы йорт төҙөп ҡуйҙыҡ. Улым, киленем, ейәнем. Киленем тип әйтә лә алмайым – ҡыҙым. Минең биш ҡыҙ туғаным, бер энекәшем бар. Беҙ бик күңелле йәшәйбеҙ. Хәйҙәр менән Әхмәт ағайҙарым ғына юҡ...

Яҙмыш бик ҡатмарлы. Һәр һынауҙы Аллаһы Тәғәлә бирә. Беҙ был донъяға һыналырға килгән”, - тип һөйләгән Хәлидә Бигичева “Эй яҙмыш, яҙмыш” тапшырыуына биргән интервьюһында.

Әйткәндәй, танылған йырсы быйыл июлдә 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Уның йырҙарын бик күптәр яратып тыңлай. Йырсы Өфө сәхнәләрендә лә ҙур концерттар менән сығыш яһағаны бар.

Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/public213168279

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас