Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Сентябрь 2024, 15:45

Картиналары төрлө илдәрҙә һаҡлана

Йәнтөйәге тураһында ла хәстәрлек күрә замандашыбыҙ.  

Картиналары төрлө илдәрҙә һаҡланаКартиналары төрлө илдәрҙә һаҡлана
Картиналары төрлө илдәрҙә һаҡлана

Бүздәк районының һәләтле шәхестәренең береһе СССР-ҙың, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вәкил ШӘЙХЕТДИНОВ – яҡташтарының ғорурлығы. Уның картиналары төрлө илдәрҙең музейҙарында һаҡлана. Рәссамдың тормошо, ижады тураһында әңгәмә гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр.

Вәкил Ғилем улы, һәр талантлы шәхестең иң элек ҡайһы яҡтан булыуы, ниндәй ғаиләлә үҫеүе ҡыҙыҡһындыра.

– Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауылында ете балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым хәлле генә ғаиләнән, әсәйемдең атаһы дини кеше булған. Атайым – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Сталинград ҡалаһында яраланып ҡайтҡан яугир. Был ауыр йылдарҙа әсәйем өс бала менән тороп ҡала, дүртенсеһе атайым һуғышҡа киткәс донъяға килә. Ваҡ балалар менән шул дәүерҙең күп михнәттәрен кисерергә тура килә әсәйемә.

– Үҙегеҙҙә һүрәт төшөрөү һәләте барлығын ҡасан тойҙоғоҙ?

– Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә яратам. Урманға барһам да, ауыл тирәһендә йөрөп килһәм дә, күргәнемде ҡағыҙҙа сағылдырырға тырыша инем. Тәбиғәттең матурлығын күрһәтеүем үҙемә оҡшай торғайны. Әле лә минең өсөн айырыуса тәбиғәтте һүрәтләү еңел килеп сыға.

Бәләкәй саҡта Репин һымаҡ билдәле рәссамдар тураһында ишетеп, уҡып белә инем, ләкин үҙем дә шул һөнәр эйәһе булырмын, тип уйламаным. Эргәлә тере рәссамдарҙы күреп үҫмәнек бит. Әле лә тәбиғәттә һүрәт төшөрөп ултырыуымды күреп, эргәмә балалар килеп: “Һеҙ ысын рәссаммы?” – тип ҡыҙыҡһынғаны бар. Көндәлек тормошта һаман да һирәгерәк осраған һөнәр булып ҡала ул.

Матурлыҡты тоя, күрә белеү, нәҫелдән дә киләлер. Атайым ағас эшенә оҫта булды, йорт-ҡаралтыны биҙәкләп, зауыҡ менән эшләй торғайны. Уның эштәре әле лә бар. Ҡышын Өфөлә йәшәһәм дә, йәйҙәрем тыуған ауылымда үтә. Элекке йорттоң тәҙрә йөҙлөктәре, ҡапҡастары атайымдың ҡулы менән эшләнгән, әле беҙ уның төҫө итеп һаҡлайбыҙ, яңыртып буяп торабыҙ. Шул оҫталыҡ юғалмаҫҡа, артабан быуындан-быуынға күсергә тейеш. Йәшәгән йәнтөйәгебеҙҙе матурлауҙа ла сағыла ул тыуған еребеҙгә һөйөү.

– Ҡасан рәссам булырға ҡарар иттегеҙ?

– Был нисектер осраҡлы килеп сыҡҡан һымаҡ булды. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына физика-математика факультетына йүнәлтмә алдым. Документтарҙы ҡабул иткән ҡыҙ грамоталарымды, миҙалдарымды һораны. Ә улар миндә юҡ ине. Ауыл ерендә грамоталар биреү, бәлки, элек булмағандыр ҙа. Документтарымды алып, Пушкин урамы буйлап аҫҡа ҡарай йәйәүләп төшөп киттем. Сәнғәт училищеһы эргәһенән үткәндә, иртәгәһенә имтихандар башланасағы тураһында иғланды күреп ҡалдым. Оҙаҡ уйлап тормай, Сәнғәт училищеһының художество бүлегенә документтарымды тапшырҙым. Бәлки, был яҙмышым да булғандыр. Тәүҙә училищела белем алдым, уны тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға керҙем.

– Тәүге картинағыҙҙа нимә һүрәтләнде? Уларҙы, ғәҙәттә, ҡайҙа төшөрәһегеҙ?

– Үҙаллы башҡарған беренсе картинам “1941 йылдың көҙө” тип атала ине, уны институтты тамамлаған йылда төшөрҙөм. Тап ошо картинам нигеҙендә СССР Рәссамдар союзына ҡабул ителдем. Әле был ижади эшем Бүздәк районы китапханаһында һаҡлана. Уларға бүләк иттем.

Илһамды мин күберәк тәбиғәттән алам, унда йыш булам. Картина яҙғанда әҙерлек этюдын тәбиғәттә эшләйем. Төп эште Өфөлә үҙемдең оҫтаханамда башҡарам. Сәйәхәт итергә яратам. Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтенең матурлығы ла быға йоғонто яһай. Көньяҡ Урал тәбиғәте сағылдырылған картиналар тотош серияны тәшкил итә. “Урал батыр эпосына бәйле Башҡортостандың тәбиғәт-культ урындары” тигән сериям Башҡортостан Башлығы Гранты нигеҙендә булдырылды һәм ул эшемдең төп өлөшөн тәшкил итә. Уны башҡарғанда “Урал батыр” эпосын тулыһынса уҡып сыҡтым. Ямантау, Ирәмәл, Бәләкәй Ямантау, Шалом тауҙарына күтәрелеп, картиналар яҙҙым. Машак тигән тауға 45 километр йәйәү юл үтеп барып ҡайттым, бер көндә ураным. Тауҙарға менеп, уларҙың һулышын тойғанда ғына матур әҫәрҙәр ижад итеп була.

– Картиналарығыҙҙың һанын иҫәпләгәнегеҙ бармы һәм береһен төшөрөү өсөн күпме ваҡыт китә?

– Һәр картина үҙенсә. Әҙерлеккә лә, кәйефкә лә, башҡа күп кенә факторҙарға ла бәйле ул. Рәссамдың кәйефе уның эштәрендә лә сағыла. Шулай булғас, кәйеф һәр ваҡыт ыңғай булырға тейеш. Яҙған картиналарым иҫәпһеҙ. Шулай ҙа иғтибарға лайыҡлылар һаны – кәмендә 500, тип уйлайым. Йәйге осорҙа яҙған этюдтарым ғына уртаса 50–60-ҡа етә.

– Ижад иткәндә ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар булғаны бармы?

– Һәр картина яҙыуҙың үҙенең тарихы бар. Ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булғылай. Бер саҡ Ырымбур өлкәһе сигендә этюд яҙырға насип булды. “Оҙон тауҙар” тигән һырттың иң бейек нөктәһенә мендем. Шунда ҡапыл ҡышын алыҫтан килгән аттар арбаһы күҙ алдына килде һәм А. Пушкиндың “Буран” хикәйәһе, был әҫәрҙе экранлаштырыуға бәйле Свиридов көйө хәтергә төштө. Һуңынан ошо тау буйында ултырған Сиркәүгә инеп, заманында был тарафтарға Пушкиндың килеүен белдем. Ул “Капитан ҡыҙы” әҫәрен яҙғанда материал туплаған саҡта сиркәүҙә була.

– Бөгөн нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ?

– Тәбиғәт төшөрөүҙән тыш, тарихи темаларға картиналар яҙам, билдәле эшмәкәрҙәрҙең портреттарын төшөрәм, шулай ҙа төп эштәремдең береһе – дин тарихы буйынса сериялар булдырыуҙы дауам итәм. Монументаль әҫәрҙәр яҙыу өҫтөндә лә эшләйем. Был йәһәттән төп эшем “Ләйлә” флорентия мозаикаһы. Ул “Нур” татар театрының фойеһында урынлашҡан һәм 100 квадрат метр майҙанды тәшкил итә.

– Хеҙмәтегеҙ төрлө наградалар менән дә баһаланған. Уларҙы ла телгә алһағыҙ ине.

– Әлбиттә, уларҙың барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел. Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың рәссамдар энциклопедияһына индерелгәнмен. 2021 йылда “Тюрксой” халыҡ-ара күргәҙмәһе дипломанты булдым. 2009 – 2022 йылдарҙа “Ватан мәҙәниәтенә өлөш индергән өсөн” Рәсәйҙең Рәссамдар ижади союзы миҙалдары менән бүләкләндем. ШОС-тың “Донъя рәссамы” тигән билдәһенә, 2013 йылда Ҡырғыҙстанда “Ардаҡ” билдәһенә һәм почетлы исемгә лайыҡ булдым.

1972 йылдан республика, Бөтә Союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашам. Барлығы 59 шәхси күргәҙмәм ойошторолдо. Эштәрем М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында, Татарстандың Милли, шулай уҡ Һынлы сәнғәт дәүләт музейында, Белоруссияның Могилев ҡалаһындағы Масленников исемендәге музейында, Төркиәнең Анкара ҡалаһындағы Милли галереяһында һәм башҡа билдәле учреждениеларҙа һаҡлана.

Билдәле шәхестәр ҙә йәшәү көсөн тыуған ерҙән ала. Кәпәй-Ҡобау ауылын матурлау, төҙөкләндереү эштәренән дә ситтә ҡалмауығыҙ тураһында беләбеҙ.

– Тыуған төйәгебеҙҙе матурлау – һәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы. “Атайсал” проектына ярашлы, ауылымдағы шишмәләрҙе төҙөкләндереүҙә ҡатнаштым. Ауылдың йәмле урыны ябай ғына буранан булырға тейеш түгел. Шуға эскиздар эшләп, үтә күренмәле итеп зауыҡ менән эшләргә тырыштым. Шишмәләр әллә ҡайҙан күҙгә күренеп торорға тейеш, тигән фекерҙәмен. Халыҡ телендә “Буровой” тип аталған шишмә лә йыраҡтан йәм биреп ултыра. “Таш ҡойо” ноң да үҙ биҙәлеше. Улар бер-береһен ҡабатламай. Башҡарған эшеңә ҡарап, башҡалар һоҡланһа, кешеләр күңелендә матур хистәр тыуҙырһа, үҙең дә ҡәнәғәтлек алаһың. Һөнәреңде яратыуың ошонда ла сағылалыр тип уйлайым.

– Әңгәмә өсөн рәхмәт.

Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2021 йылда булдырылған "Атайсал" проекты йәнтөйәгебеҙгә  ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Был изге башланғысты күтәреп алыусы яҡташтарыбыҙҙың күплеге проекттың кәрәкле булыуы тураһында һөйләй.   2022 йылда  Өфөлә  “Яҡташлыҡ көсө” форумының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  түбәндәгеләрҙе әйткәйне.

–  Минең ҡаным, тамырҙарым – Башҡортостанда, һәм һәр саҡ эшмәкәрлегем тыуған республикабыҙ өсөн файҙалы булһын тип тырышам. Республика Башлығы вазифаһындағы тәүге көндән үк кешеләрҙе Тыуған илгә, төбәккә һөйөү нигеҙендә нисек берләштереү тураһында уйлай торғайным. Башҡортостанда тыуып үҫеп, юғары уңыштарға өлгәшкән меңдәрсә кеше ҡала һәм район тормошонда ҡатнаша алһын, тигән теләк күңелдә йәшәне. “Атайсал” ярҙамында быны тормошҡа ашырырға мөмкин.

Фотолар авторҙыҡы һәм рәссам архивынан.

 

Картиналары төрлө илдәрҙә һаҡлана
Картиналары төрлө илдәрҙә һаҡлана
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас