Хәйриә концерттарын ҡуйыу оркестрҙың күркәм йолаһына әүерелгән.
– Йәш тамашасылар алдында сығыш яһау – ҙур яуаплылыҡ. Йәш быуындың киләсәктә классиканы нисек ҡабул итеүе беҙҙең уйнауға бәйле. Балаларҙың хис-тойғоларын бер нәмә менән дә сағыштырып булмай! Йәш тамашасыларҙың алҡыштары – иң ҡайнары. Был музыкант өсөн ҙур баһа, – ти Ҡырғыҙстан оркестры музыканты Нураим Джолбунова.
Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Дәүләт оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин:
– Мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында хәйриә концерттары – эшебеҙҙең мөһим өлөшө. Коллегаларымдың идеяһын хуплап, балалар йортонда БДБ Йәштәр симфоник оркестрының камера составы концертын ойоштороуыма шатмын. Был оркестр менән беҙҙе менән күптәнге дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй.
Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Вольфганг Амадей Моцарт, Иоганн Себастьян Бах, Джованни Боттезини, Эдуардо Ди Капуа, Карлос Гардель һәм Франческо Сартори кеүек композиторҙарҙың әҫәрҙәрен ишетте.
Концертта Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан, Белоруссия, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан артистары ҡатнашты.
17 сентябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында БДБ йәштәр симфоник оркестрының ҙур концерты уҙа. Коллективҡа БДБ илдәренең иң һәләтле йәш артистары һәм халыҡ-ара конкурстар еңеүселәре тупланған. Өфөләге концертта улар Башҡортостан дәүләт симфоник оркестры менән бергә сығыш яһай.
“Башҡортостан” гәзите алдан хәбәр итеүенсә, бөгөн, 17 сентябрҙә, Өфөлә БДБ илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы асылды. Ул 19 сентябргә тиклем дауам итә.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.