Ул БДБ илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумында ҡатнаша.
– Ҡағиҙә булараҡ, форум рәйеслек иткән илдә үткәрелә. Быйыл Рәсәй Федерацияһы рәйеслек итә, шуға күрә бында һәр төрлө саралар үткәрелә. Элек Мәскәүҙә уҙғарыла торғайны, быйыл Өфө һайланды.
Башҡортостандың баш ҡалаһы, ысынлап та, бик данлы тарихлы мәҙәни ҡала. Өфөнөң 450 йыллығын ҡаршылауын беләбеҙ. Күрше илдәр Мәскәү менән Санкт-Петербургтың ғына түгел, Башҡортостандың баш ҡалаһының да үҫешеүен күрергә тейеш, – тип белдерҙе илсе.
Билдәле булыуынса, Өфөлә 16-19 сентябрҙә тәүге тапҡыр БДБ-ның ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы үткәрелә. Халыҡ-ара форумда берләшмә илдәренән 200-гә яҡын вәкил ҡатнаша. Ул 2006 йылдан төрлө илдәрҙә ойошторола. Рәсәйҙә форум дүртенсе тапҡыр үтә.
Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы – йыл һайын ойошторолған ҙур гуманитар сара. Бында алдағы йылға йомғаҡ яһала, берлектәге эшмәкәрлек пландары тикшерелә, фән, мәғариф, мәҙәниәт, мәғлүмәт, туризм, спорт өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙең мөһим мәсьәләләре ҡарала.
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.