Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Сентябрь , 15:15

Ирина Роднина "Арт-квадрат"ты баһаланы, йәшлек сере менән дә уртаҡлашты

БДБ илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға бай. Шуларҙың береһе легендар спортсы, өс тапҡыр Олимпия чемпионы Ирина Роднина менән булды.

Ирина Роднина "Арт-квадрат"ты баһаланы, йәшлек сере менән дә уртаҡлашты
Ирина Роднина "Арт-квадрат"ты баһаланы, йәшлек сере менән дә уртаҡлашты

Өфөлә 17-19 сентябрҙә БДБ илдәренең   XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы бара. Ул ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға бай. Легендар спортсы, өс тапҡыр Олимпия чемпионы Ирина Роднина коллегаларыбыҙ – “Молодежная газета”ға кескәй интервью биргән, уның менән һеҙҙе лә таныштырабыҙ.

СССР-ҙа тыуып-үҫкән һәр кеше фигуралы шыуыу буйынса өс тапҡыр Олимпия чемпионы Ирина Роднинаны яҡшы иҫләй. Донъяла танылған спорт йондоҙоноң ҡайһы бер ҡаҙаныштарын ғына атап китеү ҙә етә: парлап шыуыуҙа – 10 тапҡыр донъя, 11 тапҡыр Европа, алты тапҡыр СССР чемпионы... Карьераһы үҫешендә ул халыҡ-ара ярыштарҙың 24 алтын миҙалын яулаған! Донъя аренаһындағы һоҡланғыс еңеүҙәре шул тиклем күп була ки, чемпион 1998 йылда Гиннестың Рекордтар китабына ла индерелә.

Спортта карьераһын тамамлағас, Ирина Константиновна сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай, хәҙер ҙә быны дауам итә.

Форумдың беренсе көнөндә БДБ-ның төп дәүләт-ара премияһын – “Берләшмә йондоҙҙары”н тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Ул сәнғәт, фән һәм мәғариф өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла. “Гуманитар эшмәкәрлеккә ҙур өлөш индергән өсөн” номинацияһындағы награда Мәктәп спорты буйынса Бөтә Рәсәй федерацияһы президенты, атҡаҙанған спорт мастеры Ирина Роднинаға тапшырылды.

Пленар ултырыштағы тәнәфес ваҡытында спорт легендаһы “Молодежная газета”ның һорауҙарына яуап бирҙе.

Өфө оҡшанымы, тигән һорауға Ирина Константиновна:

– Мин Өфөлә тәүгә түгел. Совет заманында ла килдем, һуңғы йылдарҙа ла йыш булам. Баш ҡалағыҙҙа күп саралар үткәрәбеҙ. Ҡаланы яҡшы белгән дә кеүекмен, әммә һәр килгән һайын ниндәйҙер яңылыҡ күрәм. Бында һоҡланғыс урындар барлыҡҡа килә, айырыуса йәштәр өсөн. “Арт-квадрат” ныҡ оҡшаны.

– Баш ҡалабыҙға һуңғы килеүегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле.

– Күптән түгел Өфөлә БДБ илдәре мәктәп спортының X фестивален үткәрҙек. Бындай ярыштар балалар өсөн уғата мөһим. Нимәһе менән яҡшы улар? Беренсенән, рекордтар, ниндәйҙер айырым ҡаҙаныштар артынан ҡыумайбыҙ. Уның ҡарауы, һәр уҡыусы үҙен спортта һынай алһын өсөн тырышабыҙ. Был һаулыҡ өсөн дә, киләсәккә билдәләгән маҡсаттарыңа өлгәшеү өсөн дә нигеҙ булып тора. Икенсенән, уларҙа Берләшмә илдәренән булған балалар ғына ҡатнашмай, төрлө диаспораларҙың вәкилдәре лә килә: һәр мегаполиста ҙур милли диаспоралар бар, ә спорт халыҡтар араһында дуҫлыҡ бәйләнештәре булдырырға ярҙам итә, берләштерә, донъяны таныу сиктәрен киңәйтә.

– Ирина Константиновна, 75 йәштә лә йәш сырайлы булып ҡалырға нимә ярҙам итә? Матурлыҡ сере менән бүлешегеҙсе.

– Сере ябай инде уның – боҙ! Ул бөтә нәмәне лә боҙмай ғына һаҡлай. Шаяртам, әлбиттә.

Мәғлүмәт, фото: https://mgazeta.com/articles/kultura/2024-09-17/trehkratnaya-olimpiyskaya-chempionka-irina-rodnina-otsenila-ufimskiy-art-kvadrat-i-podelilas-sekretom-molodosti-3933244?ysclid=m17kepo5k9497505955

Э. Завричко һәм Л. Минниханова фотолары.

Ирина Роднина "Арт-квадрат"ты баһаланы, йәшлек сере менән дә уртаҡлашты
Ирина Роднина "Арт-квадрат"ты баһаланы, йәшлек сере менән дә уртаҡлашты
Ирина Роднина "Арт-квадрат"ты баһаланы, йәшлек сере менән дә уртаҡлашты
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: