Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Сентябрь 2024, 08:15

Сергей Скрипка Башҡортостан дәүләт оркестрына һоҡланды

БДБ илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенция форумы барышында Башҡортостандың Дәүләт оркестры һәм БДБ илдәре Йәштәр симфония оркестрының берлектәге сығышы ойошторолдо.

Сергей Скрипка Башҡортостан дәүләт оркестрына һоҡландыСергей Скрипка Башҡортостан дәүләт оркестрына һоҡланды
Сергей Скрипка Башҡортостан дәүләт оркестрына һоҡланды

Пульт артында сиратлап биш дирижер баҫып торҙо: Дмитрий Крюков, Муртуза Бюльбюль, Рәсүл Клычев, Константин Науменко һәм Сергей Скрипка.

Концертта Брамс, Дворжак, Штраус, Маркес, Делиб әҫәрҙәре яңғыраны. Барыһы ла яратҡан рус классикаһы ла, әлбиттә, ситтә ҡалманы: Чайковский, Римский-Корсаков, Бородин, Прокофьевтарҙың үлемһеҙ көйҙәрен ишетергә мөмкин булды. 

– БДБ илдәре Йәштәр симфония оркестры музыканттарының Өфөгә килеп, беҙҙең оркестр менән сығыш яһауы ҡыуандырҙы, – тине Башҡортостандың Дәүләт академия симфония оркестры директоры Артур Нәзиуллин. – Был бик ҡыуаныслы күренеш, өҫтәүенә бында минең дә музыкант булараҡ шәхси ҡатнашлығым булды. Дирижерҙар бик оҫта, репетициялар матур үтте. Халыҡтарҙы берләштергән төп нәмә, минеңсә, – ул музыка. Уның теле Еребеҙҙең һәр тарафында ла аңлашыла, музыка өсөн ҡаршылыҡтар, сиктәр юҡ.

Концертты күренекле дирижер Сергей Скрипка тамамланы. Ул күп совет фильмдарында яңғыраған көйҙәр менән билдәле. Атаҡлы дирижер етәкселегендә Прокофьевтың "Ромео һәм Джульетта" балетынан "Монтекки һәм Капулетти" пьесаһы, Бородиндың "Ҡыпсаҡ бейеүҙәре" ("Половецкие пляски") уйналды. 

– Һеҙҙең оркестрға ныҡ һоҡландым, – тине Сергей Скрипка журналистарға. – Улар яҡшы уйнай ғына түгел, ә быны тағы ла, мөмкин тиклем һәйбәтерәк эшләргә тырыша. Тәртип иҫ китмәле, мәлендә үк яуап бирәләр. Ысын музыканттар! Йәштәр оркестрына килгәндә инде, ул тотош БДБ илдәренең музыканттарын берләштерә, һәм был мәҙәниәттәрҙе байытыу, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ныҡ мөһим. 

Мәғлүмәт сығанағы, фото: https://panoramarb.ru/news/правозащита/2024-09-17/sergey-skripka-o-gosorkestre-bashkirii-ya-v-vostorge-3933258?ysclid=m17l7d1wlj122175335

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас