Бөгөн Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы тамамланды. Йылдың төп гуманитар сараһы Өфөлә тәүге тапҡыр уҙҙы.
Өс көн дауамында Берләшмәнең 250-нән ашыу вәкиле фән, мәғариф, мәҙәниәт, мәғлүмәт, йәштәр менән эшләү өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы, ҡарарҙар ҡабул итте. Форумдың “Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе: мәҙәниәттәрҙең дөйөм ҡиммәттәре һәм төрлөлөгө” тигән төп темаһына ярашлы ҡатнашыусылар тематик дискуссия майҙансыҡтарында һәм профилле түңәрәк өҫтәлдәрҙә шөғөлләнде.
– Форумды тап беҙҙең республикала үткәрергә ҡарар итеү – беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Бөгөн форумда ҡатнашҡан һәр ил дөйөм донъя мәҙәниәтенә һәм, әлбиттә, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре мәҙәниәтенә үҙ өлөшөн индерә. Беҙҙең бурыс – был байлыҡты һаҡлау, үҫтереү, тулыландырыу, һәр дәүләттең үҙенсәлеген һәм суверенитетын хөрмәт итеү.
Форумда ҡатнашыусылар “Торатау” конгресс-холы фойеһында ойошторолған “Берҙәмлектә гуманитар йылдар” һәм “Тамға” конкурсы еңеүселәренең милли костюмдары” тематик күргәҙмәләре менән танышты. Әйткәндәй, өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан форумда бөтәһе 25 сара һәм акциялар, ете түңәрәк өҫтәл, өс күргәҙмә, ике төп премия тапшырыу ойошторолған ине. Өс көн буйы барған форумдың һәр кисен Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең йәштәр симфоник оркестры һәм Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерттар менән тамамланы.
Ә иһә бөгөнгө көн форум эшен йомғаҡлау резолюцияһын ҡабул итеү менән тамамланды. Шулай итеп, форумда ҡабул ителде:
– федераль һәм милли кимәлдәге хеҙмәттәшлек менән бер рәттән, Берләшмә илдәренең төрлө төбәктәренең мәҙәниәт, сәнғәт, художестволы белем биреү һәм ижади ойошмалары араһында тура горизонталь бәйләнештәрҙе үҫтереү;
– дөйөм ғилми һәм фәнни юҫыҡта формалаштырыу маҡсатында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәрҙең Берләшмәһендә ҡатнашыусы илдәрҙең белем биреү һанлы платформаларының мөмкинлектәрен өйрәнеү һәм артабан берлектә файҙаланыуҙы кәрәк тип танырға;
– ирекмәндәр хәрәкәте өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең база ойошмаларын булдырыуға ярҙам итеү. БДБ илдәрендә ирекмәндәр хәрәкәтенең иң сағыу һәм уңышлы йәш ойоштороусыларына 2024 йыл өсөн “Берләшмәләр дебюты” премияһын тапшырыуҙы күҙ уңында тоторға.
Йомғаҡлау тантанаһы һуңында форумда ҡатнашыусы дәүләттәрҙең дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды башҡарма директоры Михаил Швыдкой республика Башлығына рәхмәтен белдерҙе һәм:
– Башҡортостан – славяндарҙың, төркиҙәрҙең, ерле этностарҙың яҡынлығын һәм берҙәм йәшәүен күрһәтеүсе үҙенсәлекле феномен. Беҙ бында бөгөн төрлө традицияларҙың берләшеүен һәм бөтөнләй изге күңелле, толерантлы мөхитте күрҙек. Форумды Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итеп, беҙ бик дөрөҫ эшләнек, тип уйлайым, – тине.
Ысынлап та, быйылғы йылдың ҡояшлы, йылы көҙө Башҡортостан өсөн бик ҙур уңыш һәм файҙа килтерҙе. Сөнки электән килгән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән үҙ-ара, халыҡ-ара, милләт-ара, татыу, дуҫ, берҙәм булыуыңды аңлауҙан да яҡшыраҡ тағы нимә булыуы мөмкин был сарала.
Фотолар: Ләйсән Миңлеханова