Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Сентябрь 2024, 13:00

Ҡунаҡтарға спектакль күрһәттеләр

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә “Бишкә тиклем һанайым” спектакле булды. Әҫәрҙе “Күңел күҙе” халыҡ инклюзив театрының балалар төркөмө ҡуйҙы.

Ҡунаҡтарға спектакль күрһәттеләрҠунаҡтарға спектакль күрһәттеләр
Ҡунаҡтарға спектакль күрһәттеләр

Күп тапҡыр хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә БДБ илдәре ижади һәм фәнни интеллигенцияһының XVII форумы бара. Унда ҡатнашыусылар М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә “Бишкә тиклем һанайым” спектаклен ҡараны. Әҫәрҙе “Күңел күҙе” халыҡ инклюзив театрының балалар төркөмө ҡуйҙы.

Театрҙың Өфөләге коррекция мәктәптәрендә уҡыған һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙан торған йәш коллективы 2023  йылдың башында төҙөлдө. 17 мартта уҡ, АРТ-Ҡоролтай форумы барышында, Михаил Бартеневтың шул уҡ исемдәге әкиәте буйынса ҡуйылған “Бишкә тиклем һанайым” спектакле сәхнәгә сыҡты.

“Күңел күҙе” театрының һәм “Табын” халыҡ ижады коллективының етәксеһе, шул уҡ ваҡытта Милли йәштәр тетры артисы Илнур Лоҡманов әйтеүенсә, коррекция мәктәптәренең уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре борсолоуға ҡарамаҫтан, спектакль 20 көн эсендә генә әҙерләнгән.

– Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың сәғәт ярым буйына сәхнәлә сығыш яһай алырына күптәр ышанмағайны, әммә был тормошҡа ашты. Театрҙың бөйөк көсө шунда ла инде. Айырыуса психологик театр сәнғәте һөҙөмтәләрен күҙәтеү шатлыҡлы. Сәхнә кешене эстән генә түгел, тыштан да үҙгәртә, хатта балаларҙың физик үҙенсәлектәре лә күҙгә ташланмай башлай, улар кәүҙәләрен турараҡ тота, һомғолораҡ булып китә. Мейе эшмәкәрлеге яҡшыра, һәм балаларҙың күбеһе китап уҡырға тотона, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша ул.

Коллектив әле бөтөнләй йәш булһа ла, уның сығарылыш вәкилдәре лә бар. Шуларҙың береһе, спектаклдә төп ролде – Ҡуянды башҡарған Леня, театрға килгәндә аралашмаҫ, йомоҡ бала була. Үткән йыл ярым эсендә иһә ул шул тиклем асылып китә, хатта техникумға дөйөм һынауҙар нигеҙендә уҡырға инә. Әлеге сығышы уның өсөн – был театрҙа һуңғыһы.

Форум ҡунаҡтары йәш артистарҙы дәррәү алҡыштарға күмеп, уларҙы оҙаҡ ҡына сәхнәнән ебәрмәй тотто.

– Шәп спектакль, ул бөгөн ныҡ көнүҙәк,  сөнки төрлө кешеләрҙең берҙәмлеге, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу тураһында. Бында балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе генә түгел, ә тотош йәмғиәтте күҙ уңында тоторға була. Инклюзив театр шул тиклем кәрәк! Ундай ғәмәлдәрҙе һәр ваҡыт хуплайбыҙ, – ти тамашасыларҙың береһе, Ольга.

Бөгөн “Күңел күҙе” театрының балалар төркөмөндә 10-17 йәшлек 23 бала шөғөлләнә. Коллектив гастролдәргә йөрөй, фестивалдәрҙә, хәйриә спектаклдәрендә ҡатнаша. Ошоноң менән коллектив инклюзия, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы сәнғәткә ылыҡтырыу мәсьәләләренә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтә.

Маргарита Ғүмәрова фотолары.

Ҡунаҡтарға спектакль күрһәттеләр
Ҡунаҡтарға спектакль күрһәттеләр
Ҡунаҡтарға спектакль күрһәттеләр
Ҡунаҡтарға спектакль күрһәттеләр
Ҡунаҡтарға спектакль күрһәттеләр
Ҡунаҡтарға спектакль күрһәттеләр
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас