2024 йылда журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар биреү буйынса БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Комиссияның беренсе ултырышы йомғаҡтары буйынса, конкурста ҡатнашыуға 27 кандидат индерелде. Уларҙың исемлеге ошо һылтанма буйынса бирелгән: https://pressarb.bashkortostan.ru/presscenter/news/657646/
Эштәрҙе тикшереүҙә йәмәғәт ойошмалары, хеҙмәт коллективтары һәм теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Баһаламаларҙы 2024 йылдың 23 сентябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса конкурс комиссияһына ебәрергә кәрәк: 450076, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 111-се офис (Матбуғат йорто бинаһының 1-се ҡатында), БР Журналистар союзы, бәйләнеш өсөн телефон-факс: 276-42-66, E-mail: journalist-rb@yandex.ru, 218-07-73 (БР Матбуғат агентлығы).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы 1989 йылдан алып БР Журналистар союзы ҡарары буйынса замандаштарыбыҙҙың образдарын, милли мәҙәниәттәрҙең байлығын һәм халыҡтар дуҫлығын, йәмғиәттә граждандар тыныслығы һәм татыулыҡ мәсьәләләрен, күп милләтле республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешен асыусы иң яҡшы журналист баҫмалары өсөн айырым журналистарға йәки авторҙар коллективына бирелә. 2024 йылда төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса премия күләме тәүге тапҡыр биш тапҡырға – 500 мең һумға тиклем арттырылды.
Фото: pressarb.bashkortostan.ru