Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Сентябрь , 16:30

Азамат Ғафаровтың 50 йәшенә – өр-яңы спектакль!

Танылған артист нимәгә нәскийен тиҫкәре яғы менән кейә, тәүге ҡатынына ни өсөн рәхмәтле, бенефисын нисек үткәрергә йыйына – әңгәмәлә уҡығыҙ.

Азамат Ғафаровтың 50 йәшенә – өр-яңы спектакль!
Азамат Ғафаровтың 50 йәшенә – өр-яңы спектакль!

Ғафаровтар династияһының күркәм дауамы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың лайыҡлы хеҙмәттәше һәм улы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма теарында иҫтә ҡалырлыҡ образдар һынландырған актер, йырҙарға тәрән мәғәнә һалып башҡарыусы моңло йырсы... Былар барыһы ла – Азамат ҒАФАРОВ тураһында. Сағыу йондоҙ интервью бирергә яратмай, кисерештәрен сәхнә образдары аша сағылдырыуҙы өҫтөн күрә. Шулай ҙа алтын юбилейы уңайынан беҙҙең бер нисә һорауға яуап бирҙе.

– Азамат Фиданович, һеҙҙең менән әңгәмәләшеү еңел эш түгел икән – бер ҙә буш ваҡытығыҙҙы тап итеп булмай. Һеҙ һәр саҡ рулдә, республиканың теге йәки был районындаһығыҙ...

– Тормош ҡайнай. Район һәм ҡалаларҙа театрыбыҙҙың килеүен һорап, көтөп кенә торалар. Республикабыҙ буйлап гастролгә йыш йөрөгәс, дуҫтар ҙа күп, улар әленән-әле сығыш яһарға саҡыра. Тормош уртаһына еткәс, йәшәүҙең ҡәҙерен нығыраҡ аңлай башлайһың икән, шуға ла кешеләрҙе ижадым менән йышыраҡ ҡыуандырып, рәхәтләнеп эшләп һәм ял да итеп өлгөргө килә.

– Ижад юлығыҙҙың башында тамашасылар күңеленә “Нәркәс”, “Һуңғы ғәйнә”, “Эх, өс егет, өс егет, Азат, Азамат, Баййегет!” спектаклдәрендәге төп төп ролдәр аша килеп индегеҙ. Шул саҡтағы актер Азамат Ғафаров менән бөгөнгөһө араһында ниндәй айырма тояһығыҙ?

– Нимә инде ул 50 йәш! Күңел бит шундай уҡ йәш, шаян, дәртле. Йылдар үткән һайын бары тик бер аҙ сабырлыҡ өҫтәлә, төплөрәк уйлай башлайһың. Үткәндәргә йылмайып, һағынып ҡарайым, шул уҡ ваҡытта, тағы күпме уйналмаған ролдәр, йырланмаған йырҙар көтә, тип алға ынтылам.

– Репетициялар, сығыштар, алҡыштар... Ғүмерегеҙҙең яртыһынан күберәк өлөшө сәхнәлә үткән. Ә нимә ул һеҙҙең өсөн сәхнә?

– Ул –  тылсымлы урын. Сығыш яһар алдынан һәр саҡ тулҡынланам, грим яһап, костюм кейеп өлгөрөргә кәрәк, тип сабам. Шулай ҙа сәхнәгә сығыу менән барлыҡ тынғыһыҙ уйҙар юҡ була.

Тағы ла сәхнә – көс бирә торған урын. Сығыш яһағандан һуң тамашасылар алҡышлай башлағас килә был көс. Шул саҡтарҙа үҙемде яңынан тыуғандай хис итәм. Ғөмүмән, сәхнә – ул минең тормошом.

– Бөгөнгө ҡайһы бер шоу-бизнес вәкилдәренең сығыштарын күреп, сәхнәнең бәҫе китә, тигән фекер барлыҡҡа килә. Йәмәғәтселектең дә түҙемлеге сигенә етте, ахыры, әхлаҡи ҡанундарға һыймаған кейемдәргә, фонограммаға йырлауға ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдерә башланы. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһына фонограммалар тураһында закон проекты индереүе лә билдәле. Халыҡ артисы булараҡ, ошо мәсьәләләргә нисек ҡарайһығыҙ? Әллә, ижад кешеләрен сикләү, тип ҡабул итәһегеҙме?

– Халыҡ алдына сығып баҫаһың икән, тимәк, сәхнәнән мәҙәнилек, матурлыҡ, төплө фекер еткерергә тейешһең. Тамашасы бит мәҙәни сараға үҙен борсоған һорауҙарға яуап табырға теләп, зауыҡ эҙләп килә. Айырыуса илдәге ҡатмарлы осорҙа артистар халыҡтың яҡшылыҡҡа ышанысын нығытырға, рухын үҫтерергә, илһөйәрлек тойғоларын көсәйтергә бурыслы. Ярым яланғас кейемдә ялған тауыш менән сығыш яһаған артист быны булдыра аламы? Юҡ, әлбиттә. Бигерәк тә йырсы ир-егеттәрҙең һығып торған ялтырауыҡлы кейемдә Башҡортостан тураһында йырлауын аңлай алмайым. Бындай күренештәр, бәлки, тәрбиә етмәүгә бәйлелер.

– Тәрбиә тураһында һүҙ сыҡҡас, әсәйегеҙҙе иҫкә алғы килә. Атайығыҙ кеүек легендарь артистың илһам сығанағына әүерелеү, уға лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтереү өсөн тәрән аҡыл, сабырлыҡ, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға хас иң күркәм сифаттарға эйә булырға кәрәктер. Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙын Фидан Сафа улы менән һеҙҙең меңәрләгән тамашасыларығыҙ ҙа ихтирам итте һәм уның вафатын ауыр кисерҙе. Әсәйегеҙҙең арабыҙҙан китеүенә быйыл – ике йыл. Тормошта һеҙҙе ҡәҙерле кешегеҙҙең ниндәй теләк-кәңәштәре оҙата килә?

– “Сәхнәгә сыҡҡанда бер нәскийеңде тиҫкәре яғына әйләндереп кей, күҙ тейеп ҡуймаһын”, – тигәне гел иҫтә. (Моңһоу йылмая). Тағы ла лайыҡлы йәшәргә, һөҙөмтәле эшләргә өндәне.

Ул изге күңелле, һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙ һәм яҡшы әсәй булды. Әгәр ҡаты ауырыу аяҡтан йыҡмаһа, әле лә кешеләргә шатлыҡ өләшеп йәшәр ине. Уның вафатынан һуң тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ аңлай башланым. Әсәйем миңә ғүмер бүләк иткәс, алға барырға, яҡындарыма ярҙам итергә, балалар үҫтерергә тейешмен, тип уйлайым.

Әсәйем ғүмеренең һуңғы мәлдәрендә: “Атайыңды һаҡла”, – тип йыш ҡабатланы. Эйе, һаҡларға, ҡурсаларға тырышам. Атайымды алыҫ юлға яңғыҙын ебәрмәйем, рулгә үҙем ултырам. Уға уңайлы, тыныс булһын, арымаһын, тим. Беҙ хәҙер бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ, үҙ-ара кәңәшләшәбеҙ. Был да бит оло бәхет!

– “Илле” һүҙе, бер яҡтан, тормош уртаһы тигәнде аңлатһа, икенсе яҡтан, дәүләтле тигән мәғәнәгә лә эйә. Ысынлап та, был осорға тиклем кешеләр, ғәҙәттә, үҙ дәүләтен – ғаиләһен ҡороп, балалар үҫтереп өлгөрә. Ниндәй ул һеҙҙең дәүләт?

– Мин икенсегә өйләндем. Ҡатынымдың исеме – Алина. Ул мине һәр саҡ аңлай. Беҙҙең театрға йөрөргә ярата. Мин ҡатнашҡан спектаклдәрҙе ҡарағандан һуң фекерҙәре менән бүлешеп, бәхәсләшеп тә, ҡеүәтләп тә ала. Уның икеһе балаһы – Сабина ҡыҙы менән Эрнест улы бар, кесеһен бергәләп тәрбиәләйбеҙ.

Тәүге ҡатыным Алһыуға иҫ киткес аҡыллы, матур ҡыҙҙарыбыҙ өсөн рәхмәтлемен. Нәргизәбеҙҙе яңыраҡ кейәүгә бирҙек, бәхетле йәшәһендәр, тип теләп кенә торам. Нурланабыҙ V класты гел “бишле” билдәләренә тамамлап ҡыуандырҙы.

– Юбилейығыҙ июндә булғайны, әммә уны билдәләмәнегеҙ. Бенефисығыҙҙы көткән тамашасыларҙың өмөтөн аҡламай ҡалмаҫһығыҙҙыр ул?

– Юбилей кисәһе 25 һәм 26 октябрҙә театрыбыҙҙың ҙур залында уҙасаҡ. Коллегаларым менән өр-яңы йырлы-моңло спектакль ҡуйырға йыйынабыҙ.  Венер Исхаҡовтың "Йырланмаған йырым һин" повесы буйынса спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры – Айрат Абушахманов. Артығын һөйләп тормайым, бик ҡыҙыҡ буласаҡ!

Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.

ҺҮРӘТТӘ: Азамат Ғафаров ҡыҙҙары Наргизә һәм Нурлана менән.

Фото: Азамат Ғафаровтың шәхси архивынан.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: