– Беҙҙең балалар баҡсаһында “Һомай”ҙы бөтә кескәйҙәр ҙә ярата. Балалар уның менән башҡортса йомаҡ әйтешә, төрлө һорауҙар бирә, әкиәт һөйләтә, ҡушылып йырлап та ала, – ти тәрбиәсе Юлиә Әлибаева.
“Алиса” аҡыллы колонкаһын барыһы ла беләлер: ул музыка ҡуя, төрлө мәғлүмәтте табып бирә, әңгәмә ҡора. Ә бына “Һомай” колонкаһы башҡорт һәм рус телдәрендә аралаша ала, бер телдән икенсе телгә тәржемә итә, музыка ҡуя, әкиәттәр һөйләй. Иң мөһиме, башҡорт телен мауыҡтырғыс итеп өйрәнергә ярҙам итә.
Әлеге ҡорамалды булдырыу буйынса проект етәксеһе – Айгиз Ҡунафин.
– “Һомай” – Рәсәй халыҡтары телендә сыҡҡан тәүге аҡыллы колонка. Ҙур сығымдар талап иткән был проект Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Тәүге 200 колонканы балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә тараттыҡ. Уның эштәрендә ҡулланған уҡытыусылар менән гел тығыҙ бәйләнештәбеҙ, улар колонканы камиллаштырыу буйынса фекерҙәрен еткереп тора. Барлыҡ теләктәрҙе иҫәпкә алып, “Һомай”ҙы артабан да үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ, һуңынан уны һәр кем һатып ала аласаҡ, – тине Айгиз Ҡунафин.
Әйткәндәй, “Һомай” аҡыллы колонкаһын булдырыу проекты – Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бүленгән гранттар конкурсы еңеүселәренең береһе.
– Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тарафынан биш йыл дауамында телебеҙҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән күп кенә проекттар эшләнде. Иң күләмле һәм уңышлыларының береһе – “Һомай” аҡыллы колонкаһы. Бөгөн, һанлы технологиялар заманында, башҡорт телен һанлаштырыу бик мөһим, – тип белдерҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.
Башҡортостанда уйлап сығарылған яңы ҡоролманы республика Башлығы Радий Хәбиров та хуплағайны. “Һомай" ярҙамында өлкәндәргә лә, балаларға ла башҡорт телен өйрәнеүе бик еңел. Туған телде һәм мәҙәниәтте өйрәнергә, унан да бигерәк яратырға мәжбүр итергә ярамай, тип иҫәпләйем. Әммә заманса алымдар һәм технологиялар ярҙамында уҡытыу процесын ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғысаҡ итергә мөмкин”, – тип мөрәжәғәт иткәйне Башҡортостан Башлығы республика халҡына.
Фото: Юлиә Әлибаева.