Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Сентябрь , 21:40

Журналистарҙың хеҙмәте юғары баһаланды

Яҡташтарыбыҙ Сочиҙан бер нисә награда алып ҡайтты.

Журналистарҙың хеҙмәте юғары баһаланды
Журналистарҙың хеҙмәте юғары баһаланды

Унда "Бөтә Рәсәй - 2024" бөтә Рәсәй медиафорумы үтте. Сара илебеҙ журналистикаһының иң ҙур профессиональ майҙансығы булып тора. Конкурсҡа бөтәһе бер нисә мең ғариза килгән. Һөҙөмтәләр буйынса беҙҙең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре иң көслөләр иҫәбенә инде. "Махсус проект/йыл акцияһы" номинацияһында еңеүсе тип "Бәхет - ул бергәләп" проекты өсөн "Башинформ" агентлығы (баш мөхәррире - Руслан Шәрәфетдинов) табылды. Проект сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең әүҙем тормош позицияһы тураһында һөйләй. Әйткәндәй, ул беҙҙең Гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

"Социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы төркөмө (аккаунты)" номинацияһында икенсе урынға "Ейәнсура таңдары" гәзите (баш мөхәррире - Виктория Ҡуянова) лайыҡ булды. Ошо уҡ номинацияла өсөнсө урынды "Башҡортостан" гәзите (баш мөхәррире - Вәдүт Исхаҡов) яуланы. "2024 йылдың иң яҡшы Рәсәй гәзите" конкурсында дипломына Ишембайҙың "Таң" гәзите (баш мөхәррире - Ольга Киселева) лайыҡ булды. "Махсус проект/йыл акцияһы" номинацияһында дипломант исемен "Йәшлек" гәзите (баш мөхәррире - Артур Дәүләтбаков), "Изге һөнәр эйәһе" проекты өсөн хәбәрсе Гөлнур Ҡыуатова алды.

Иң яҡшы журналист әҫәре буйынса конкурста дипломанттар исемлегенә Ксения Калинина ("Башинформ"), Мария Сныткина ("Республика Башкортостан"), Виктория Ҡуянова ("Ейәнсура таңдары"), Артур Дәүләтбаков ("Йәшлек"), Гөлдәриә Йосопова ("Башҡортостан" телерадиокомпанияһы), Анастасия Ниғмәтуллина ("Октябрьский нефтсеһе"), Рәшиҙә Мәһәҙиева ("Ватандаш"), Шамил Әхмәтшин ("Салауат ерендә") инде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙы еңеүҙәре менән ҡотланы. "Призерҙарҙы һәм еңеүселәрҙе ҡотлайым!Профессионаллек һәм ныҡлы гражданлыҡ позицияғыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙ бик мөһим эш башҡараһығыҙ: тирә-яҡтағы ваҡиғалар тураһында дөрөҫөн һөйләйһегеҙ. Һәм кешеләр ҙә һеҙгә ышаныс белдерә", - тине ул.

Фото: Башинформ.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: