Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Сентябрь , 22:00

Ҡыҙыма бүре булып күрендем

Кемдер бүләк иткән эскүлдәкте кейһәм, минән ҡурҡып ярһыны ике йәшлек балабыҙ. Булған хәл.

Ҡыҙыма бүре булып күрендем
Ҡыҙыма бүре булып күрендем

Люциәнең һөйләгәндәрен иҫем китеп тыңланым. Беҙҙең технология үҫешкән заманда ла шундай хәлдәр булһынсы әле! Ә һеҙ шундай хәлдәрҙе ишеткәнегеҙ бармы?  

- Беҙ ул саҡта улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ менән ваҡытлыса кешеләрҙең фатирында йәшәй инек. Йортто һалып бөтөр өсөн шулай уңайлыраҡ булыр, тип уйланыҡ. Ике йәшлек ҡыҙымды имеҙеүҙе ташлата алмай йонсойом. Көндөҙ атаһы менән уйнаһа ла, кис булһа, миңә йәбешеп ала ла ебәрмәй. Ул йоҡлап киткәс кенә душ инеп, сәй эсеп, әҙерәк ял итеп ала инем. Бер төн ҡыҙымдың ярһып илауынан уянып киттем. Йүгереп барып алайым тиһәм, мине яҡын килтермәй. Атаһы янына килгәйне, уға сат йәбеште. Мин ҡулыма алып, имеҙеп тынысландырайым тиһәм, тағы нығыраҡ илай. Яңы теле асылған бала: “Кит бынан һин - бабай, һин - яман бүре, ҡайҙа минең әсәйем?!” - тип ярһый. Ҡыҙым атаһын ҡосаҡлап йоҡлап китте. Яндарына барып ятып ҡарағайным, уянып, мине ситкә этә, илай. Иртәнсәк ҡыҙым бер ни булмағандай уйнай, көлә башланы. Иптәшем менән бала яман төш күргәндер тип уйланыҡ.

Икенсе төн ошо уҡ хәл тағы ҡабатланды. Был юлы ҡыҙым тағы ла нығыраҡ ярһып илай башланы, мине яҡын килтермәй. Атаһына сат йәбешеп йоҡлап китте. Иртәнсәк, төшкөһөн, кискеһен ҡыҙым тағы ла миңә һыйынып, көлөп кенә йөрөнө. Өсөнсө төн атаһы ҡыҙын янына алып ятты. Мин ипләп кенә яндарына барып яттым. Тағы ла төнгө ун ике тулыу менән ҡыҙыбыҙ: “Әсәй ҡайҙа?” - тип ярһып илай башланы. Хәҙер инде алты йәшлек ағаһы ла уянып уны тынысландыра башланы. Ҡыҙым ағаһына ла сат йәбешеп уны минең яныма ебәрмәҫкә тырыша, “ул әсәй түгел!” - тип тылҡый.

Иптәшем менән хәлһеҙ булып кухняға сыҡтыҡ. Шул саҡ ирем: “Һин нимә кейеп алғанһың ул?” - тип һораны. Күрҙе, ниһайәт! Мин өс көн элек ялтырлы, иҫ киткес матур эскүлдәкте кейә башлағайным. Уны кемдер беҙҙең туйыбыҙға ете йыл элек үк бүләк иткәйне. Ябыҡҡас, иремә матур булып күренәйем тип, кейеп алғайным. Аптыранған, йоҡоһоҙлоҡтан йонсоған иптәшем: “Бәлки, ҡыҙыбыҙ һине яңы эскүлдәктә танымайҙыр?” - тигән булды. Мин уны шунда уҡ сисеп быраҡтырҙым да икенсе эскүлдәкте кейеп ҡыҙым янына барып яттым. Ул уянманы ла.

Өлкән ҡәйнәмә был хаҡта һөйләгәс, ул балаларҙы өшкөртөргә алып китте. Эс- күлдәкте лә һалып алды. Өшкөргән әбей уны юҡ итергә кәрәк тип алып ҡалған. Шунан һуң ҡыҙыбыҙ тынысланып ҡалды. Был нимә булды? Эскүлдәкте туған-дуҫтарыбыҙҙың кемеһе бүләк итте һәм ниндәй маҡсат менән? Барыһы ла сер булып ҡалды.

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

"Һаҡмар" гәзите сайтынан.

Ҡыҙыма бүре булып күрендем
Ҡыҙыма бүре булып күрендем
Автор:
Читайте нас: