Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Сентябрь , 10:00

Бөгөн Салауат Юлаевтың хәтер көнө

“Башҡортостан” гәзите журналистары Нурзиә Хәсәнова һәм Таңсулпан Рәсүл милли батырыбыҙ хаҡында тағы ла бер флешмоб төшөрҙө. 

Бөгөн Салауат Юлаевтың хәтер көнө
Бөгөн Салауат Юлаевтың хәтер көнө

Салауат Юлаев башҡорт милләтенең хәтерендә мәңгегә герой, халҡының хоҡуҡтары, азатлығы өсөн көрәшсе булып ҡала. Тарихтан күреүебеҙсә, ул йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, тотош ғәскәр менән етәкселек итә һәм көрәшкә алып бара.

Ҡыйыу Салауатты хәрби батырлыҡтары өсөн данлаһалар, уның ҡурайсы, сәсән, шағир булыуы ла күптәрҙе рухландыра. Батырыбыҙҙың тыуған Уралын данлап яҙған шиғырҙары, ижады Башҡортостан мәҙәниәтенең, әҙәбиәтенең үҙенсәлекле бер өлөшө булып бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ә уның ижадын һәм батырлыҡтары хаҡындағы тарихты киләсәккә еткереү иһә – беҙҙең, бөгөнгө быуындың, изге бурысы.

Был йәһәттән, “Башҡортостан” гәзите журналистары Нурзиә Хәсәнова һәм Таңсулпан Рәсүл милли батырыбыҙ хаҡында тағы ла бер флешмоб төшөрҙө. Күренеүенсә, халыҡ - олоһо ла, кесеһе лә батыр тураһында барыһын да белә һәм уның менән ғорурланып, рухланып йәшәй.

Милли геройыбыҙҙы бергәләп иҫкә алайыҡ, дуҫтар!

Видео: Таңсулпан Рәсүл.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: