Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Сентябрь , 13:00

Салауат Юлаевтың эйәренең күсермәһе – ғәрәп илендә

Бөгөн милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың хәтер көнө. Батырҙың атының эйәре ниндәй булған. Күсермәһен кем эшләгән? Артабан уҡығыҙ.

Салауат Юлаевтың эйәренең күсермәһе – ғәрәп илендә
Салауат Юлаевтың эйәренең күсермәһе – ғәрәп илендә

Марс СОЛТАНОВ – Башҡортостан Республикаһында башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса “Ирәндек” хәйриә фондының еп-йышыу кәсебе йүнәлеше етәксеһе. Бөгөн, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың хәтер көнөндә, уның эйәре тураһында һораштыҡ.

– Марс Зимнур улы, Салауат батыр эйәренең күсермәһен кем эшләне?

– Салауат Юлаевтың яу эйәре булған ул, әле Башҡортостан милли музейында һаҡлана. Уның күсермәһен эшләргә үҙем батырсылыҡ иттем. Төп нөсхәгә тура килтереп, ағас менән күндән яһаным, үлсәмдәре лә шул уҡ. Был ябай күсермә түгел, ә атта һыбай йөрөү өсөн ҡулланырлыҡ шәп эйәр.

– Батырыбыҙҙың эйәре нимәһе менән үҙенсәлекле?

– Төп үҙенсәлеге шунда: алғы ҡашы яһы һәм бейек итеп эшләнгән. Бындай конструкция, бәлки, уҡ атҡан саҡта ботто терәп ултырыр өсөн ҡулланылғандыр, бейек ҡаш йәйәүле дошмандарҙың һөңгөһөнән ҡалҡан да була алғандыр. Шул уҡ ваҡытта эйәр ҡашы элек һыбайлының дәрәжәһен күрһәткән, уны ҡиммәтле таштар менән биҙәгәндәр, бригадир Салауат Юлаевтың эйәре лә әллә ҡайҙан уҡ күренеп торорға тейеш булғандыр, бәлки. Былар – бары тик минең фараз, ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.

– Халыҡ-ара күргәҙмә тураһында тулыраҡ һөйләһәгеҙ ине.

– Халыҡ-ара һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ һәм спорт ҡорамалдары күргәҙмәһе Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы Абу-Дабиҙа уҙҙы. Шәреҡ донъяһындағы күләмле сараларҙың береһе ул. Туғыҙ көн буйы барҙы, 65 илдән 174 мең кеше ҡатнашты.

Салауат Юлаевтыҡынан тыш, беҙ тағы ла заманса итеп эшләнгән ике эйәрҙе алып барҙыҡ. Күргәҙмәләр барышында оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек: күн әйберҙе ҡулдан тегеү ысыулдары менән таныштырҙыҡ, күндән башҡорт орнаментын ҡырҡтыҡ, эйәрҙең айылын һәм уҡ өсөн һаҙаҡ тегеп күрһәттек.

– Алыҫ сәфәрҙән ниндәй уйҙар менән ҡайттығыҙ?

– Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленең үткәрелеүен республика өсөн әһәмиәтле ваҡиға тип атар инем. Ул, беренсенән, башҡорт тоҡомло атын һаҡлауға һәм үҫтереүгә,  йылҡысылыҡ һәм ат спорты йүнәлештәрендә халыҡ-ара бәйләнештәр булыдырырға ярҙам итә. Әлеге абруйлы күргәҙмәгә саҡырыу алыуыбыҙ ҙа – ошо фестивалдең һөҙөмтәһе ул.

Сәфәр мәлендә Ғәрәп аттары ассоциацияһы директорҙар советының вице-рәйесе шәйех Зәйед бин Хамад Әл Нахайян менән Башҡортостан Республикаһында башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса "Ирәндек" хәйриә фонды делегацияһының осрашыуы үтте. Унда артабан да хеҙмәттәшлек итеү, йылҡысылыҡ өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу  тураһында һөйләштек.

Икенсенән, башҡорт атын үҫтереү менән бергә йылҡысылыҡҡа бәйле боронғо кәсептәр тергеҙелә башланы, оҫталарҙың эштәрен хәҙер сит илдәргә алып барып күрһәтә алабыҙ. 

Фото: “Ирәндек” хәйриә фондынан.

Салауат Юлаевтың эйәренең күсермәһе – ғәрәп илендә
Салауат Юлаевтың эйәренең күсермәһе – ғәрәп илендә
Салауат Юлаевтың эйәренең күсермәһе – ғәрәп илендә
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: