Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Сентябрь , 15:00

Эт рәнйешен алмағыҙ

Уларҙан да тоғро йән эйәһе юҡтыр...

Эт  рәнйешен алмағыҙ
Эт рәнйешен алмағыҙ

Шамил бәләкәйҙән мал йәнле булып үҫте. Дәрестән ҡайтыр ҙа аҙбар тирәһенә сығып китер ине. Малдарҙы ашатып, урындарын таҙартып көнө буйы булашыр ине.

Айырыуса ул эттәрҙе яратты. Эргәһенән бер ҙә китмәгән Аҡтүш  менән бигерәк тә айырылмаҫ дуҫтар булдылар. Эте уның күҙенә генә ҡарап торҙо. Урманға барһынмы, көтөүгәме,  һаҡсыһы һымаҡ эргәһенән китмәне. Ҡартайып үлгән этен оҙаҡ онота алмағайны Шамил.

Үҙе ғаилә ҡороп ауылда төпләнгәс тә элекке этенә оҡшап торған көсөк алып ҡайтты. Үҙе шуға һөйөнөп бөтә алманы. Барыҫ тигән исем бирҙе, ояһын да бик күркәм, йылы итеп эшләп ҡуйҙы.

Ләкин ҡатыны Ләйлә генә быға ризаһыҙлығын белдерҙе:

- Донъяла иң яратмағаным эт һәм бесәй. Уларҙың йөнөнә  аллергия минең. Берәйһенә бүләк ит этеңде. Был ихатла уға урын юҡ. Йә балаға берәй сир йоҡторор, - тип кәйефен төшөрҙө.

Бәлки Ләйлә күнер, этте оҡшатыр тигән  өмөтө бушҡа булды. Көн һайын тиерлек Барыҫты иҫенә төшөрөп торҙо. Ә бер көн эшенән ҡайтһа эте бер ерҙә лә юҡ. Һәр ваҡыт өрә-өрә ҡаршыһына сыҡҡан Барыҫын таба алмай аптырап ҡатынынан һораны.

- Ҡустым алып китте этеңде. Күрше районда йәшәгән бер дуҫы һораған. Юл ыңғайы булғас этте лә һалып алды, - тине иҫе лә китмәй.

Шул тиклем ныҡ хәтере ҡалды ҡатынына. Тамағына хатта әсе төйөн килеп тығылды. Ваҡытында ҡатынына ҡаты ғына итеп һүҙен әйтә алмағанына йөрәге әрнене. Үҙе менән кәңәшләшеп тә тормай Барыҫты олаҡтырғаны өсөн Ләйләгә күңеле ҡатты, элеккесә йылы итеп һөйләшеү күренеше юғалды. Этте ҡабаттан барып алайым тип ҡәйнешенә шылтыратһа, уныһы  этенең сылбырҙы өҙөп ҡасыуы тураһында хәбәр итте.

Ун көн тирәһе үткәндер. Шамил эшенән ҡайтып килһә, ҡапҡа төбөндә уны йонсоп, ябығып бөткән дуҫы Барыҫ ҡаршы алды. Бер-береһен күреүгә икеһенең дә шатлыҡтарыны иге-сиге юҡ ине. Ниндәй генә хәл булмаһын эттең ни тиклем тоғро булыуына йәнә инанды Шамил.

Иренең эте өсөн нисек борсолоуын күргән Ләйлә башҡаса ризаһыҙлығын белдермәне. Тормош үҙ ағышы менән дауам итте. Барыҫ йорт тирәнең ысын һаҡсыһына әүерелде.

Үҙенең хужаһына ни тиклем тоғро булыуын бер нисә айҙан ул йәнә раҫланы.

Йәйге ваҡыт ине. Шамил ғәҙәттәгесә таң менән бесәнгә юлланды. Кипкән бесәнде һәнәге әйләндергән ыңғайға уның аҫтында ҙур ғына һоро йылан ятыуына иғтибар итте. Ул арала эте йәшен тиҙлегендә йыланды эләктереп тә алды. Ҡот осҡос күренеште Шамил нимә эшләргә белмәй күҙәтте. Эте йәш булһа ла йыланды өҙгөләп ташланы, ләкин үҙе лә хәлһеҙләнеп йығылды. Бик оҙаҡ ауырып аяҡҡа баҫты.

Был ваҡиғанан һуң Шамилдың ғына түгел Ләйләнең дә яратҡан дуҫына әүерелде Барыҫ.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: