Бөтә яңылыҡтар

Етмештә лә күңел йәш

Улар тормошто ярата! Йөрәктәре гел йәш, ә күҙҙәре янып тора! Һүнмәҫ йәшәү дәртен улар йыр-моңдан ала. "Үҫәргән егеттәре" тап шундай булырға тейеш, тип иҫәпләй танылған коллектив ағзалары.

Етмештә лә күңел йәш
Етмештә лә күңел йәш

Ейәнсура районының "Үҫәргән егеттәре” вокаль ансамбле – бик күп конкурс һәм фестиваль еңеүселәре. Ошо көндәрҙә Өфөлә уҙған XIII "Мин яратам һине, тормош!" республика өлкән быуын кешеләренең ижади фестивалендә Гран-при яуланылар.

– Фестивалдә республиканың төрлө ҡала һәм районынан 2500 кеше ҡатнашты, баһалама ағзалары 400-ҙән ашыу сығышты ҡараны. Улар араһында һынатманыҡ, – ти коллектив етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлетов.

Шуныһы һоҡланғыс: ансамбль ағзалары 10 мең һумлыҡ призды махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙамға бирергә ҡарар итте.

Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.

Видео: Үтәғол ауыл мәҙәниәт йортоноң социаль селтәрҙәге төркөмөнән.

 

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: