Бөтә яңылыҡтар

Ун йылдан һуң йәнә сәхнәлә

Башҡорт эстрадаһына мөләйем йылмайып, тыйнаҡ ҡына аҙымдар менән килеп ингәйне, тик бер мәл ҡапыл сәхнәнән юғалды. Ниһайәт, ун йылдан һуң сираттағы концертын ҡуйырға йыйына. Һүҙ кем хаҡында?

Ун йылдан һуң йәнә сәхнәлә
Ун йылдан һуң йәнә сәхнәлә

Күп йәш башҡарыусылар еңел-елпе йырҙар менән мауыҡҡанда, Гөлназ Ҡәҙербирҙина баштан уҡ заман шауҡымына бирелмәне, ә үҙ булмышына һәм зауығына тоғро ҡалды. Мәсетле ҡыҙы һуңғы йылдарҙа һирәк сығыш яһай, әммә тамашасылары уны онотмай, киреһенсә, яңы йырҙарын көтөп ала. Йырсы үҙе лә сәхнәне, тамашасыларҙы, алҡыштарҙы һағынған һәм иртәгә, 2 октябрҙә, барыһын да концертына саҡыра.

– Гөлназ, яңы программағыҙ өсөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залын – Өфөләге иң ҙур тамаша урындарының береһен һайлағанһығыҙ. Был үҙе үк концертығыҙҙың сағыу, йөкмәткеле булырына ишара яһай.

– Был мөһабәт бинаны тәүге тапҡыр 9-сы кластан һуң, Өфө педагогия колледжына уҡырға инергә тип килгәс, күрҙем. Уның ҙурлығына, матурлығына хайран ҡалдым. “Киләсәктә ошонда концерт ҡуясаҡмын!” – тинем шул саҡ мине баш ҡалаға алып килгән әтейемә. Ысынлап та, 2007 йылда тәүге концертым шунда үтте. 2014 йылда икесе концертымды Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡуйҙым.

Концерт программаһына килгәндә, уны ҙур команда менән әҙерләйбеҙ. Шағирә Айзилә Мортаева бик үҙенсәлекле һәм йөкмәткеле сценарий яҙып бирҙе, “Ҡурай” телеканалы режиссеры Зилә Баймырҙина уны театрлаштырылған тамаша итеп ҡуйыуға көс һала.

Концертта шулай уҡ ижадташ дуҫтарым – Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйет Билалов, йырсылар Илнар Ғилманшин, Ильяс Кинйәғолов, элекке уҡыусым Гөлфиә Моталова һәм үҙем етәкселек иткән “Ынйылар”  балалар йыр ансамбле сығыш яһаясаҡ.

– Алдағы концертығыҙҙан һуң 10 йыл үткән. Сәхнәлә һәм экранда һирәк күренеүегеҙҙең сәбәбе ниҙә?

–  Ошо ваҡы эсендә үҙемде ғаиләмә, ике улыма, йыр менән шөғөлләнгән уҡыусыларыма бағышланым. Шулай ҙа күңелемдә гел йыр булды, сөнки йырһыҙ йәшәй алмайым. Йыр – минең юлдашым, серҙәшем һәм йыуатыусым.

– Концерт ни өсөн “Туҡта, ваҡыт!” тип атала?

– Тормошомдоң ошо мәле миңә бик оҡшай. Байҡау яһарлыҡ ижади багажым тупланған, уҡыусыларым уңыштары менән һөйөндөрә, яҡындарым һәм дуҫтарым иҫән-һауҙар, балаларым үҫеп килә, күңелдә яңынан-яңы йырҙар ярала. Ошо мәлдең ҡәҙерен белгем, уны мөмкин тиклем оҙағыраҡҡа туҡтатып торғом килә.

Фото: Гөлназ Ҡәҙербирҙинаның шәхси архивынан.

Ун йылдан һуң йәнә сәхнәлә
Ун йылдан һуң йәнә сәхнәлә
Ун йылдан һуң йәнә сәхнәлә
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: