Бөгөн Сулпан Ишкенә ҡыҙы үҙе уҡыусыларҙа музыкаға һөйөү тәрбиәләй – Виктор Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбенең халыҡ уйын ҡоралдары бүлегенә етәкселек итә һәм баян класында белем бирә. Әлеге мәлдә класында 10 малай һәм бер ҡыҙ шөғөлләнә.
– Балаларҙы алты – ете йәштән һайлап алам һәм һигеҙ – туғыҙ йыл уҡытам. Ошо ваҡыт эсендә яҡын кешеләргә әйләнеп бөтәбеҙ. Уҡыусыларым үҙ-ара татыуҙар. Уларҙың йыш ҡына дәрестән һуң ҡалып, шахмат уйнап, яңылыҡтары менән уртаҡлашып ултырыуына эстән генә ҡыуанып ҡуям. Киләсәктә министр, хирург, инженер булырға хыялланалар. Кем генә булып эшләһәләр ҙә, үҙҙәрен ғүмер буйы йыр-моң оҙатып барһын, тип теләйем, сөнки моң яратҡан кеше тормошто ла ярата, яҡты күңелле була, – тип күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты педагог.
Таланттарға бай Учалы районының Миндәк ауылында Флорида Нурмөхәмәт ҡыҙы менән Ишкенә Мөхәмәт улының ишле ғаиләһендә үҫкән ул. Әсәһе, медицина хеҙмәткәре булыуына ҡарамаҫтан, йыр-моң ярата, шуға ла өс балаһын да музыка мәктәбенә алып барған. Сулпан Ишкенә ҡыҙы менән игеҙәге Айнур Ишкенә улы баян кластарында уҡытһа, өлкән ағалары Мөнир Иҡсанов – билдәле шағир һәм оҫта гитарасы.
Уҡытыусылар көнө алдынан Сулпан Иҡсанова Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Йәш быуынға музыкаль белем биреү өлкәһендә ун йылдан ашыу хеҙмәт итеүен, республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурс еңеүселәрен тәрбиәләүен баһалау билдәһе ул.
Фото: Сулпан Иҡсанованың шәхси архивынан.