Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Октябрь 2024, 18:00

Вәсилә Фәттәхованың ире айырылышҡан...

Бер ай элек кенә өйләнешкән ине.  

Вәсилә Фәттәхованың ире айырылышҡан...Вәсилә Фәттәхованың ире айырылышҡан...
Вәсилә Фәттәхованың ире айырылышҡан...

Август аҙағында ғына яратҡан йырсыбыҙ Вәсилә Фәттәхованың ире - продюсер Илгиз Әбдрәҡиповтың Лия исемле ҡатынға  өйләнеүе хаҡында хәбәр иткән инек. Әле бер айҙан күп ваҡыт та үтмәне, уның айырылышыуы хаҡында билдәле булды. Вәсилә Фәттәхованың вафатынан һуң 8 йылдан өйләнгән Илгиз Әбдрәҡиповты был аҙымға нимә дусар иткән һуң? Баҡтиһәң, әле ул икенсе тапҡыр өйләнеүен тормошоноң иң ҙур хатаһы тип һанай.

"Туйға тиклем ул бөтөнләй башҡа кеше ине. Минең балаларыма ла, үҙенең балаларына ла ваҡытын бүлде (уның да 3 балаһы бар). Улым Кәрим менән урамға сыҡты. Тәмле итеп өҫтәл әҙерләне. Мин уны ихлас күңелемдән яраттым. 8 йыл яңғыҙ йәшәгәндән һуң уның менән бәхетле ғаилә төҙөргә теләүенә ышандым. "Мин һине яратам. Бер кемгә лә бирмәйәсәкмен",  - тип әйтә ине. Әлеге туй мәжлесенән һуң барыһы ла үҙгәрҙе. Тормошомдағы шатлыҡлы ваҡиға менән бүлешергә теләп, бергә төшкән фотоларҙы социаль селтәрҙәргә ҡуйҙым. Ә Лия ҡуйырға ашыҡманы. Интрига булһын, тине. Видео урынлаштырҙы, ә ул видеола мин юҡ. Туйҙан өс аҙна үткәндән һуң, кис менән ҡайтып, шок хәлендә ҡалдырҙы. "Мин арыным. Яратмайым һине, үҙем генә йәшәгем килә", тип китеп барҙы", - тип яуап биргән "Интертат" баҫмаһына Илгиз Әбдрәҡипов.

"Минән ир-ат ярҙамы һәм пиар кәрәк булған. Ул уны үҙенә лә пиар, иремде ҡайтарыр өсөн эшләнелде тип ҡуйған. Миңә скриншотын ебәрҙеләр",  - тип тә өҫтәгән.

"Ҙур хата яһаным. Ашыҡтым. Ихлас ярата, балаларымды үҙ балаларындай яҡын күрә тип ышандым. Иртән тороп сығып китә, һуң ҡайта. Миңә ниңә ундай ҡатын. Ашыҡтым, ашыҡтым... Барыһы алдында ла уңайһыҙ", - тип эс серҙәре менән бүлешкән Вәсилә Фәттәхованың ире.

Кем белә, бәлки, был яҡшығалыр ҙа... Ни тиһәң дә, Хоҙай барыһын да күрә, тиҙәр бит...

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".

 

Вәсилә Фәттәхованың ире айырылышҡан...
Вәсилә Фәттәхованың ире айырылышҡан...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас