Бөгөн Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала асылған күргәҙмә шулай тип исемләнгән. Атамаһынан уҡ күренеүенсә, ул республикабыҙ көнөнә арнала.
Экспозицияла СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың ғәрәп һәм латин графикаларында яҙылған тәүге конституциялары ҡуйылған. Шулай уҡ республикабыҙ тарихының төрлө күренекле осорҙары, дәүләтселек формалашыуы хаҡындағы мәғлүмәттәр урын алған.
Бында 1918 -1938 йылғы һирәк баҫмалар, шул иҫәптән башҡортса һәм русса сығарылған конституциялар менән танышырға була.
Әйтәйек, ғәрәп хәрефтәре менән башҡорт телендә сығарылған һирәк баҫма ҡомартҡы - 1925 йылғы "РСФСР һәм СССР-ҙың Совет конституцияһы". Китаптың инеш һүҙендә Рәсәйҙең 1918 йылдағы беренсе Конституцияһы байҡала, уға баһа ла бирелә.
Күргәҙмәлә тағы ла СССР, РСФСР һәм БАССР-ҙың латин хәрефтәре менән бирелгән 1936-1938 йылдарҙағы конституцияларын һәм башҡа хоҡуҡи документтарҙы, Башҡортостан Республикаһының 1993-2001 йылдарҙағы Конституцияһын күрергә мөмкин.
Экспозицияла Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүе тураһында бәйән иткән баҫмалар һәм мәҡәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, К. Иҙелғужиндың ғәрәп графикаһы ярҙамында баҫылған "Башҡорт аймағы" тигән башҡорт журналындағы (1925) мәҡәләләрендә Башҡорт автономияһы төҙөлөүҙең ҡатмарлы көндәре һүрәтләнә.
Күргәҙмәлә "Научное наследие государственных деятелей, стоявших у истоков создания Башкирской республики" тип аталған өс томлыҡ баҫма менән дә танышырға була. Уны төҙөүҙә Милли китапхана ғалимдары ла ҡатнашҡан.
А. Оморҙаҡова фотолары (Милли китапхана).