Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы таланттары – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин менән танылған йырсы Радмир Туйсин был юлы Юшатыр буйынан йырлы-моңло сәләм юлланы.
Көйөргәҙе яҡтарын егеттәрҙең бер туған апаһы төйәк иткән. Еҙнәләре Азамат Туйгилдинды ла күптәр Интернет селтәре аша танып беләлер, моғайын. Ул да – моңло тауышлы йырсы, баянсы, ҡурайсы. Туйгилдиндар Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында йәшәй.
Бөгөнгө кисегеҙҙе талантлы егеттәр башҡарыуында Көйөргәҙе ерендә тыуып үҫкән арҙаҡлы әҙип Баязит Бикбайҙың шиғыры һәм моңло йыр биҙәһен!
Фото: видеонан скриншот.