+21 °С
Болотло
Баҙрап яна мышар* шәмдәлдәре,
Алтын көҙҙөң ялҡын сәләмдәре.
Хайран итә мышар гәрәбәһе,
Аҫыл ташҡа хәс тә бәрәбәрме.
Баҙрап яна мышар шәмдәлдәре,
Сасҡау ҡышты көткән бәйләмдәрме.
Мышар ҡылансыҡтың ҡашмауына
Суҡ теҙелгән мәрйен сәйләндәрме.
Баҙрап яна мышар шәмдәлдәре,
Тәбиғәттең тынмаҫ ғәмәлдәре.
Әҙәм күңеленә һиллек һирпер,
Көҙҙөң ҡөҙрәтле бер әмәлдәре.
Баҙрап яна мышар шәмдәлдәре.
*диал. миләш
Автор һәм фото: Зөлфирә Ҡарағужина