Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Октябрь 2024, 17:30

"Аһ!" итерлек сығыш булған

Филармония йырсыһы яуҙа йөрөгән ире менән бергә йыр башҡарған.  

"Аһ!" итерлек сығыш булған"Аһ!" итерлек сығыш булған
"Аһ!" итерлек сығыш булған

Был хәл ошо көндәрҙә Хабаровск ҡалаһы филармонияһындағы концертта булған. Филармония йырсыһы махсус хәрби операциялағы ире менән бергә "Эхо любви" йырын башҡарған. 

"Тәнде семерҙәткес сығыш...", "Иламайынса ҡарап булмай..." тигән комментарийҙар ҡалдырҙы күптәр был видео таралғас. 

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын, донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләйек! 

Белешмә:

"Эхо любви" йырының һүҙҙәрен шағир Роберт Рождественский, көйөн композитор Евгений Птичкин яҙған. Ул махсус рәүештә Петр Проскуриндың романы буйынса төшөрөлгән "Яҙмыш" ("Судьба") кинофильмы өсөн яҙыла. Йырҙың тәүге башҡарыусыһы -  билдәле йырсы Анна Герман.

Фото: видеонан скриншот. 

Видео: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас