Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Октябрь 2024, 06:00

Әбештә - Ҡаҙ өмәһе

Тәүге ҡар яуыу менән республиканың күп ауылдарында Ҡаҙ өмәләре башланды.

Әбештә - Ҡаҙ өмәһеӘбештә - Ҡаҙ өмәһе
Әбештә - Ҡаҙ өмәһе

Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында уңған һәм эшсән халыҡ йәшәй. Ошо көндәрҙә ауылдың иң уңған һәм матур ғаиләләренең береһе - Морат менән Резида Ибраһимовтар йортонда Ҡаҙ өмәһе үткән. Хужалар йыл һайын 200-ләп ҡош-ҡорт үҫтерә. Был хаҡта Әбеш ауыл биләмәһе төркөмөндә хәбәр ителә.

"Әбеш ауылы халҡы элек-электән күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырап, көҙ еткәс бер - береһенә өмәләргә йөрөп, ярҙам итеп йәшәйҙәр. Көндәр һыуытыу менән өйрәк, ҡаҙ өмәләре башлана. Йорт һайын 50 - 60- лап, унан да күберәк ҡош-ҡорт аҫырайҙар беҙҙә.
Бөгөн өлгөлө, уңған ғаилә пары- Морат ағай һәм Резида апай Ибраһимовтар ҡаҙ өмәһе үткәрҙе, улар 50- гә яҡын ҡаҙ үҫтергән. Ярҙамға ике улы, килендәре, ҡыҙҙары ла килгән. Өмәсе ҡатындар һәр эште еренә еткереп, тиҙ арала бөтөп тә ҡуйҙылар. Афариндар! Ә инде хужаларға теүәллектәре менән имен-һау ашарға насип булһын!" - тиелә унда.

Фото: Оло Әбеш ауылы төркөмө

Әбештә - Ҡаҙ өмәһе
Әбештә - Ҡаҙ өмәһе
Әбештә - Ҡаҙ өмәһе
Автор:Карима Усманова
Читайте нас