Бөтә яңылыҡтар

"Ғаләмдең дүрт тарафы" китабының исем туйы үтте

Был йыйынтыҡта арҙаҡлы башҡорт әҙибе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙары тупланған.

"Ғаләмдең дүрт тарафы" китабының исем туйы үтте
"Ғаләмдең дүрт тарафы" китабының исем туйы үтте

Тиҙҙән, 20 октябрҙә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы, уның Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә донъя күргән "Ғаләмдең дүрт тарафы" тип аталған китабының исем туйы үтте.


Яңы баҫма «Әҙәби мираҫ» теҙмәһендә донъя күрҙе. Унда кешегә, уның бөйөклөгөнә, күңел матурлығына һәм рух батырлығына арналған шиғырҙар тупланған.

Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова тамашасыларҙы тәбрикләп, китапты сығарыуҙа ярҙам иткән барыһына ла рәхмәтен белдерҙе.
Сараға килеүселәр әҙипкә арнап ойошторолған күргәҙмә менән дә танышты. Баш ҡаланың М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары күренекле әҙиптең шиғырҙарын яттан һөйләне, ә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәренән өҙөк күрһәтте.

"Ғаләмдең дүрт тарафы" китабының исем туйы үтте
"Ғаләмдең дүрт тарафы" китабының исем туйы үтте
"Ғаләмдең дүрт тарафы" китабының исем туйы үтте
"Ғаләмдең дүрт тарафы" китабының исем туйы үтте
"Ғаләмдең дүрт тарафы" китабының исем туйы үтте
"Ғаләмдең дүрт тарафы" китабының исем туйы үтте
"Ғаләмдең дүрт тарафы" китабының исем туйы үтте
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: