Бөгөн, 19 октябрҙә, НТВ телеканалы “Чудо” ғаилә шоу программаһының унынсы сығарылышын күрһәтә. Ҡатнашыусылар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һигеҙ йәшлек йәш гармунсы Кирилл Вихляев та бар, тип хәбәр итә “Стерлитамакский рабочий”.
Кирилл– талантлы гармунсы, аралашыусан, һөймәлекле бала.Ул күп конкурстарҙа еңеү яулаған. Бәләкәйҙән музыка менән ҡыҙыҡһына. Программаны ойоштороусылар әйтеүенсә, Кирилл гармунда халыҡ көйҙәрен дә, заман музыкаһын да оҫталарса башҡара. Шоуҙа ул бөтә һәләттәрен тулыһынса күрһәтәсәк. Башҡортостан сәнғәте “йондоҙсоғо” сығышын ҡарарға онотмағыҙ!
Фото: НТВ телеканалы.