Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Октябрь 2024, 11:15

Башҡорт хор антологияһы төҙөлә

Киләһе йылда республикабыҙҙың Т. Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы төҙөлөүгә 55 йыл тула.

Башҡорт хор антологияһы төҙөләБашҡорт хор антологияһы төҙөлә
Башҡорт хор антологияһы төҙөлә

Киләһе йылда республикабыҙҙың Т. Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы төҙөлөүгә 55 йыл тула. Иҫтәлекле датаға бағышлап, коллектив башҡорт хор музыкаһының аудиоантологияһын яҙҙыртыуға тотондо. Маҡсаттар изге – милли музыка сәнғәтен һаҡлау, мәҙәни мираҫыбыҙҙы тотош илдә һәм донъя хор сәнғәтендә таныулы итеү.

Был проект шул тиклем ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле, быға ҡәҙәр беренсе башҡарылған йырҙарҙан алып хәҙергеләренә тиклем тулыһынса яҙҙырыу осрағы булғаны юҡ ине.

Башҡорт хор көйҙәре мәҙәниәтен тап хор капеллаһы һаҡлай. “Аудиоантологияны яҙҙырыу теләге электән бар ине, ниһайәт, уны тормошҡа ашырырға әҙербеҙ”, –  ти коллективтың художество етәксеһе һәм баш дирижеры, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Алһыу Хәсбиуллина.

Композиторҙарҙың күбеһе күренекле әҫәрҙәрен тап хор капеллаһы өсөн яҙған, шуға ла бындай композициялар башҡорт академия музыка сәнғәтенең классикаһына әүерелгән. “Иң беренсе, был – башҡорт хор музыкаһының шедеврҙары, хрестоматия әҫәрҙәре һәм башҡорт халыҡ йырҙарының хор өсөн эшкәртелгән өлгөләре, автор йырҙары. Улар хор музыкаһының ғына түгел, ә  Башҡортостандың тотош музыка сәнғәтенең визит карточкаһына әйләнде”, – ти Алһыу Афған ҡыҙы.  

Аудиоантологияға элек башҡарылып, хәҙер онотола төшкән әҫәрҙәр ҙә инә. Үткән быуаттың 40–50-се йылдарындағы хор әҫәрҙәре аудио итеп яҙҙырыу барышында икенсегә тыуа, тип әйтергә мөмкин. Яҙмаға башҡорт композиторҙарының рус телендә башҡарыуға яҙылған хор йырҙары ла индерелә.

Аудиояҙҙырыуға тотонғанға тиклем, әле дәррәү әҙерлек эше бара. Йырҙарҙы һайлауҙан тыш, аудиояҙыуға тап килерлек зал да табырға кәрәк. Антологияға инә торған күп әҫәрҙәр а-капелла – уйын ҡоралһыҙ башҡарыла, шуға ла күп концерт залдары тура килмәй. Бер нисәүһен ҡарағас, филармонияның Колонналы залға туҡталғандар. Тик бында ла үҙ ҡатмарлыҡтары бар, иң мөһиме – артыҡ тауыштар булмауы. Колонналы зал – ул Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залы фойеһы. Көндөҙ, әлбиттә, бында кеше йөрөй, эш бара, репетициялар үтә. Шуға ла йырҙарҙы кис һуңлап ҡына яҙҙыралар.

Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Алмас Сәйетов: “Был эш, иң алда, беҙҙең мәҙәни мираҫты һаҡлар өсөн кәрәк. Республикабыҙҙың алдынғы концерт ойошмаһы булараҡ, филармониябыҙ ошо миссияны тормошҡа ашырырға тейеш”, – тигән фекерҙә.

Башҡорт хор антологияһы төҙөлә
Башҡорт хор антологияһы төҙөлә
Башҡорт хор антологияһы төҙөлә
Башҡорт хор антологияһы төҙөлә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас