Бөтә яңылыҡтар

Ҡәҙерләп һаҡлаған ғаилә ҡомартҡыһын тапшырҙы

Мәүлит Ямалетдиновтың китаптары Милли әҙәбиәт музейы фондын тулыландырҙы

Ҡәҙерләп һаҡлаған ғаилә ҡомартҡыһын тапшырҙы
Ҡәҙерләп һаҡлаған ғаилә ҡомартҡыһын тапшырҙы
Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы фонды бөгөн яңы материалдар менән тулыланды. Зәйнәп Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә уҡытыусы, шағир, яҙыусы, тәржемәсе, ҡурайсы һәм йәмәғәтсе Мәүлит Байгилде улы Ямалетдиновтың ҡыҙы Зөбәржәт Ғәлишина ҡәҙерләп һаҡлаған ғаилә ҡомартҡыһын тапшырҙы. 
 
Биографияһы:
Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов 1947 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Аһылай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 
 
Күрше Ҡаҙаҡҡол ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл урындағы "Байрамғол" совхозында эшләй. 1964—1968 йылдарҙа Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡый.
 
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймаҡ ҡалаһындағы мәктәп-интернатта музыка уҡытыусыһы булып башлай. Артабан, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Сибай ҡалаһы мәктәп-интернатында йыр һәм музыканан уҡыта, Иҫке Сибай балалар музыка мәктәбенең директоры була. 1977—84 йылдарҙа Учалы районы Уральск ҡасабаһында (хәҙер ауыл) музыка мәктәбе директоры була.
 
1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1987 йылда Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы, 2001 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
 
Учалы яҙыусылар ойошмаһында яуаплы сәркәтип була, Учалы районында милли-ижтимағи ойошманы етәкләй. "Ватандаш", "Ағиҙел" журналдарында хеҙмәт һала, артабан тағы ла Учалы ҡалаһындағы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе булып эшләй.
 
Мәүлит Ямалетдинов 2020 йылдың 8 ноябрендә вафат була.
 
Фото: Регина Камалова архивынан.
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: