Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Октябрь 2024, 18:10

Һүрәтте туҙҙан эшләй

Хәйбулла оҫтаһы ҡайын туҙына майлы буяуҙар ярҙамында төрлө һүрәттәр эшләй, күҙҙең яуын алыр картиналар ижад итә, урманда үҫкән ябай ағас киҫәгенән, ботағынан һәм ҡайырыһынан төрлө әйберҙәр эшләү менән ныҡлап шөғөлләнә.

Һүрәтте туҙҙан эшләйҺүрәтте туҙҙан эшләй
Һүрәтте туҙҙан эшләй

Һүрәт төшөрөү, ағастан юнып-һырлап әйберҙәр яһау, ҡайын туҙынан эшләнелгән картиналар, төрлө һындарҙы үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра алған ауыл оҫтаһы Юнысов Илдар Танһыҡ улы Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында йәшәй.

Ҡайын туҙына майлы буяуҙар ярҙамында төрлө һүрәттәр эшләп, күҙҙең яуын алыр картиналар ижад итеү, урманда үҫкән ябай ағас киҫәгенән, ботағынан һәм ҡайырыһынан төрлө әйберҙәр эшләү менән ныҡлап шөғөлләнгән ир-уҙаман һуңғы осорҙа белгәндәрен балаларға ла ихлас өйрәтә. Ошо көндәрҙә Илдар Танһыҡ улы Оло Әбеш мәктәбе уҡыусыларына туҙҙан картиналар эшләү серҙәре хаҡында бәйән иткән.

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы төркөмөнән

Һүрәтте туҙҙан эшләй
Һүрәтте туҙҙан эшләй
Һүрәтте туҙҙан эшләй
Автор:Карима Усманова
Читайте нас