Баш ҡалабыҙҙағы М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Мәскәүҙәге Третьяков дәүләт галереяһының күргәҙмәһе ойошторола. “Академизмдан импрессионизмға ҡәҙәр. XIX быуаттың икенсе яртыһы – XX быуаттың башы” тип аталған экспозиция Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә арнап ойошторола.
Данлыҡлы галереяның күргәҙмәһен ойоштороу – Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбировтың идеяһы. Уның башланғысын атаҡлы музейҙың генераль директоры Елена Проничева хуплап ҡаршы ала.
Күргәҙмәгә галереялағы картиналарҙың мөһим өлөшөн биләгән 49 һынлы сәнғәт әҫәре – билдәле рус рәссамдары төшөргән пейзаж һәм портреттар ҡуйыла. Ул дүрт өлөштән тора, һәр ҡайһыһы һынлы сәнғәттең ике йүнәлешенең үҫеш юлын һынландыра. Экспозицияны ҡарарға килеүселәр А.К. Саврасов, В.Д. Поленов, И.И. Левитан, И.И. Шишкин, В.Г. Перов, Л.Л. Каменев, К.А. Коровин, В.А. Серов, В.Э. Борисов-Мусатов, И.Э. Грабарь, Н.В. Мещерин, М.Ф. Ларионов, Н.С. Гончарова һәм башҡа күренекле рәссамдар ҡулы тыуҙырған картиналарҙы күреү бәхетенә өлгәшә ала.
Был күргәҙмә ике музей – Башҡортостан менән Рәсәйҙеке араһындағы күп йыллыҡ ижади дуҫлыҡтың кәүҙәләнеше һәм Өфө генә түгел, тотош республика өсөн иҫтәлекле ваҡиға булмаҡсы.
Сығанаҡ: БР Мәҙәниәт министрлығы.