Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Октябрь 2024, 16:00

Айҙар Ғәлимов - 400, Салауат Фәтхетдинов- 500 мең, ә Элвин Грей күпме һорай?

Быйыл Яңы йыл кисәләренә башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыларын саҡырыу күпмегә төшәсәк?

Айҙар Ғәлимов - 400, Салауат Фәтхетдинов- 500 мең, ә Элвин Грей күпме һорай?Айҙар Ғәлимов - 400, Салауат Фәтхетдинов- 500 мең, ә Элвин Грей күпме һорай?
Айҙар Ғәлимов - 400, Салауат Фәтхетдинов- 500 мең, ә Элвин Грей күпме һорай?

Яңы йыл корпоративтарына ла күп ҡалманы. Байрам кисәһен онотолмаҫлыҡ итеп ойошторорға популяр артистар ярҙам итә. Быйыл Яңы йыл кисәләренә башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыларын саҡырыу күпмегә төшәсәк?

Айҙар Ғәлимовтың концерт директоры биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йырсының корпоративта сығыш яһаҡ хаҡы – 300 меңдән 400 меңгә тиклем. Барыһы ла байрамдың ниндәй майҙансыҡта уҙыуы һәм сығыштың датаһына бәйле. Балет төркөмө менән сығыш яһауҙың ваҡыты – 40 минут. Шулай уҡ артистың транспорт сығымдары, техник һәм көнкүреш райдеры айырым түләнә.

Салауат Фәтхетдинов ҡатнашлығында корпоратив ҡиммәтерәк, уның бер сығышы 40 минут бара һәм 500 мең һум тора.

Байрамда шулай уҡ Әлиә һәм Ришат Төхвәтуллиндарҙың да сығышы йәм һәм биҙәк буласаҡ. Әммә улар бергә сығыш яһамай әлегә, сабыйҙары бәләкәй. Ришаттың төркөм менән килеп сығыш яһауы 600 мең һум тора. Сығышы 30 минуттан алып 1 сығәткә тиклем дауам итә.

Илдар Хәкимов менән Гүзәл Уразованы Яңы йыл байрамдарына саҡырыу өсөн 700 мең һум түләргә тура киләсәк. Артистарҙың сығышы 40 минут дауам итә.

Иң ҡиммәтле йырсы Элвин Грей, уның яңы йыл байрамы корпоративындағы сығышы 45 минут һәм хаҡы 2 миллиондан башлана.

Быан шулай дуҫтар, Яңы йыл корпоративына кемдәрҙе саҡырырға уйлайһығыҙ икән, бөгөндән үк кеҫәгеҙҙе ҡапшап ҡарарға онотмағыҙ. Артистар саҡырырғамы әллә үҙегеҙгә генә матур итеп Яңы йыл кисәһен ойошторорғамы?

Шулай ҙа һуғыш барған ваҡытта ҡиммәтле шоуҙарҙы бер аҙ туҡтатып торорға ла мөмкиндер. Быныһы инде һәр кемдең үҙ ихтыярында...

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Яңы йыл корпоративына юғары хаҡтар түләп, артистарҙы саҡырыр инегеҙме?

Фото һәм текст сығанағы: “Интертат”

Автор:Карима Усманова
Читайте нас